Тәртип һәм именлек һағында09.01.2015
Тәртип һәм именлек һағында Илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау системаһында прокуратура органдары айырым урынды биләй. Нәҡ уларға тәү сиратта Рәсәй Конституцияһының һәм федераль ҡанундар өҫтөнлөгөн дәүләт исеменән тәьмин итеү, шулай уҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау һәм яҡлау бурысы йөкмәтелгән. Был юҫыҡта башҡарылған эштәр хаҡында Яңауыл районы прокуроры Ришат Насибуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Хоҡуҡ һаҡлау органдарында һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында үткә­релгән төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға күп­тән күнегеп, уларға әллә ни иғтибар ҙа бирмәйбеҙ, шикелле. Һеҙҙең көндә­лек эшкә уларҙың тәьҫире ниндәй, Ришат Илдус улы?
— Фәлсәфәүи күҙлектән ҡарағанда, ҡайһы ғына өлкәгә ҡағылмаһын, һәр үҙгәртеп ҡороу ниндәйҙер яңылыҡ индереп, дөйөм эшмәкәрлекте яҡ­шыр­тыуға йүнәлтелгән бит. Беҙгә килгәндә, үҫеш өсөн тәбиғи булған был саралар прокуратура орган­дарының төп бурыстарына әллә ни ҡағылманы тиергә була. Ҡасан­дыр енәйәттәрҙе тикшереү менән беҙ шөғөлләнә инек, хәҙер был вәкәләттәр Тәфтиш комитетына йөкмәтелгән. Ҡал­ған­дары элеккесә: ил ҡанундарының өҫтөн­лөгөн, уларҙың дөрөҫ һәм тулы үтә­лешен күҙәтеү, граждандарҙың, йәмғиәт­тең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һаҡлау – бөгөн беҙҙең төп эшебеҙ. Төрлө кимәл­дәге прокуратура органдары хеҙмәткәр­ҙәре, ниндәйҙер сит тәьҫирҙән азат булып, нәҡ ошо йүнәлештәрҙә үҙ бурыстарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра.
Тәртип һәм именлек һағында— Көндәлек эштәрегеҙ ниҙән ғибә­рәт һуң?
— Әле генә тамамланған йылда федераль ҡанундарҙы боҙоуҙың 1100-ҙән ашыу осрағын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса муниципаль органдар, предприятие һәм ойошма етәкселәре исеменә 242 рәсми күрһәтмә ебәрелде, 265 вазифа башҡарыусы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бынан тыш, 123 етәксегә ҡарата административ эш ҡуҙғатылып, ғәйеплеләргә 300 һум­дан 30 мең һумға тиклем күләмдә штраф һалынды. Прокуратура материалдары нигеҙендә 11 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
— Граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡ­лау­ға килгәндә…
— Был эшмәкәрлек бер нисә йүнәлеш­тә тормошҡа ашырыла. Миҫал өсөн, енәйәт эштәрен судҡа тиклем тикшереү барышында граждандар­ҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙың 384 осрағы асыҡланды. Уларҙы бөтөрөүҙе талап итеп беҙҙең тарафтан сығарылған 41 күрһәтмәне ҡарау һөҙөм­тәһендә вазифа биләүсе 45 кеше яуап­лылыҡҡа тарттырылды. Тәүтикше­реү һәм судҡа тиклем тикшереү органда­рының ҡанунға тап килмәгән 261 ҡарары ғәмәл­дән сығарылды. Прокуратура хеҙмәткәр­ҙәре шулай уҡ 286 енәйәт эше буйынса 308 кешегә ҡарата ғәйепләүҙе дәүләт исе­менән яҡлап судта сығыш яһаны.
Хеҙмәткә ваҡытында һәм тулыһынса түләү мәсьәләһе, уҙған йылдарҙағы кеүек, район проку­ратураһының даими иғтибар үҙәгендә булды. Ун ике ай эсендә 6,6 миллион һумдан ашыу күлә­мен­дәге эш хаҡын түләттереүҙе талап иткән 383 дәғүә ғаризаһы судҡа ебәрелде һәм барыһы ла уңышлы хәл ителде. Хеҙмәткә түләү буйынса ҡанунды боҙған 15 ойошма һәм предприятие етәксеһе прокуратура сығарған ҡарарҙар ниге­ҙендә административ яза алды, улар араһынан ике етәксе, вазифаһына яраҡһыҙ тип табылып, һәр береһе берәр йылға идара эшенән ситләш­терелде, өсөнсө етәксегә ҡарата тәҡдим ителгән ошондай уҡ сара әлегә судта ҡарала.
— Торлаҡ-көнкүреш мәсьәләләре лә күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра…
— Шулайыраҡ шул. Был өлкәләге хәлдәр ҙә – беҙҙең ныҡлы күҙәтеү аҫ­тында. Тәү сиратта граждандарҙың үҙ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йылдан-йыл әүҙемләшә барыуын билдәләр инем. Прокуратураға килгән һәр ғариза Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты вәкил­дәре менән берлектә етди тикшерелә. Йыл барышында, мәҫәлән, идара итеүсе компанияларҙың вазифалы хеҙмәткәр­ҙәре биш тапҡыр административ яуап­лылыҡҡа тарттырылды. Бынан тыш, ида­ра итеүсе компанияларҙың етәк­селәре исеменә 13 рәсми күрһәтмә ебә­релде, һәм улар тарафынан үҙҙәре­нең ҡул аҫтында эшләүсе 13 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
— Районда халыҡ прокуратураға йыш мөрәжәғәт итәме?
— 2014 йылда беҙ граждандарҙың һәм төрлө ойошма вәкилдәренең 489 мөрә­жәғәтен ҡараныҡ. Үткәрелгән тикшереү­ҙәр һөҙөмтәһендә 58 ялыу урынлы тип табылды, һәм улар буйынса ҡанун боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында тейешле саралар күрелде, шул иҫәптән прокуратура материалдары нигеҙендә дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылды. Дөйөм алғанда, атап кителгән мөрәжәғәттәр башлыса торлаҡ һәм хеҙмәт ҡанундарын, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың һәм йәштәрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға ҡайтып ҡала.
— Һуңғы йылдарҙа көнүҙәк булған тағы ла бер һорау: коррупция күре­нештәрен асыҡлау нисек хәл ителә?
— Был юҫыҡтағы ҡанундарҙың теүәл үтәлеүен күҙәтеү беҙҙең көндәлек эш­мәкәр­лектә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Рәсәй Президенты тарафынан раҫланған “Коррупцияға ҡаршы милли план” эҙмә-эҙлекле тор­мош­ҡа ашырылырға тейеш. Үткән йылда район прокуратураһы тарафынан корруп­цияға ҡаршылыҡ буйынса ҡану­ниәт­те боҙоуҙың 122 осрағы асыҡ­ланды, шу­ларҙың 32-һе урындағы үҙи­дара орган­дарының норма-хоҡуҡ акт­тары менән бәйле. Коррупция шигенә тикше­реү үткәреү нигеҙендә прокуратура талабы менән был документтарға тейешле үҙ­гәрештәр индерелде, 57 вазифалы кеше тәртип боҙоуҙа ғәйепләнде, бер етәксе административ яуап­лылыҡҡа тарттырылды. Шулай уҡ беҙҙең тикшереү материалдары нигеҙендә коррупция кү­­ре­неш­тәре буйынса бер енәйәт эше асылды.
— Эштәрегеҙҙе былай тулыһынса асып һалдығыҙ. Уларҙы башҡарыу­сылар тураһында ла әйтһәгеҙ ине…
— Бөтөн был ҡаҙаныштар — район прокурату­раһының ҙур булмаған, әммә берҙәм коллек­ти­вы­ның дөйөм тырышлыҡ емеше. Оператив хеҙ­мәт­­кәрҙәр Рөстәм Ғәликәев, Светлана Әхмәтова, Азамат Шакиров һәм Илнар Фазылов, бар көсөн һәм ваҡытын закон һағында тороуға арнап, күләме йылдан-йылға арта барған эштәрен өлгөлө башҡара. Уларҙың төп эшмәкәрлегенә әллә ни ҡағылмай, үҙенсәлекле бер миҫал ғына килтерәм: былтыр беҙҙә 13 мең дана корреспонденция теркәлгән. Әгәр ҡайһы бер иҫәп һаны менән 15-кә яҡын томды берләштергән енәйәт эшенең теркәлеүен иҫәпкә алһаң, һәр хеҙмәткәргә күпме документ тик­шерергә кәрәклеген күҙ алдына баҫтырырға була.
Беҙҙең бар көндәлек эштәрҙең дә тейешле тәртиптә барыуы туранан-тура бәйләнгән Гөлнара Имамованы айырып әйтеп китер инем. Әле мин телгә алған меңәрләгән дана документ нәҡ уның ҡулдары аша үтә. Тиҫтә йылға яҡын үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарған был хеҙмәткәр күп тапҡырҙар республика прокуратураһы етәкселе­генең маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәренә лайыҡ булды.
Форсаттан файҙаланып, оло ихтирам һәм хөрмәт яулаған ветерандарыбыҙ Зә­бих Билалов, Илдар Ғөбәйҙуллин, Нәғим Ғиндуллин, Анатолий Уранбаев, Фәнис Әғзәмов, Раил Насартдинов һәм Фроза Мөхәмәтшинаны, шулай уҡ район про­куратураһының бөгөнгө хеҙмәткәр­ҙәрен һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ихлас тәбрикләйем.
— Үҙегеҙҙе лә ошо уңайҙан ҡот­лайбыҙ, Ришат Илдус улы! Тағы ла бер үтенес: үҙегеҙ хаҡында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
— Сығышым менән Кушнаренко райо­нының Талбаҙы ауылынанмын. Башҡорт дәүләт уни­верситетының юридик факультетын тамам­лағас, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә булдым. 2005 йылдан прокуратура органдарында тәфтишсе, Тәфтиш комите­тының Нефтекама район-ара бүлегендә етәксе урынбаҫары, Яңауыл районы прокуроры урынбаҫары булып эшләнем. Бө­гөнгө вазифала – 2011 йылдан. Ҡатыным да хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, әле өс айлыҡ улыбыҙ менән декрет ялында. Тағы ла ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
— Күп балалы ғаиләгә, үҙегеҙгә һәм хеҙ­мәттәштәрегеҙгә Яңы йылда бар яҡлап уңыштар юлдаш булһын! Әңгә­мәгеҙ өсөн рәхмәт.

Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.





Вернуться назад