Яңы йылға дуҫ-ишкә, туғандарға нимә бүләк итергә? Байрам алдынан күптәр ошо хаҡта баш вата. Ә бына Ҡыйғы районында йәшәгән ҡул оҫтаһы Салауат Мәхмүтов һис аптырамай. Ул һарыҡ йөнөнән үҙе баҫҡан быймалары менән яҡындарын ҡыуандырасаҡ! Эйе, күңел йылыһы һалып эшләнгән йылы аяҡ кейемдәре күптән үҙ хужаларын көтә. Тирә-яҡҡа даны таралған оҫтаның ҡулынан бүләк алыуҙы күптәр мәртәбә тип һанай. Хатта Башҡортостанға килгән сит ил ҡунаҡтары ла уның хаҡында ишетеп, ҡул эше өлгөләре менән таныша.
– Кейеҙ, быйма баҫыу менән ун йылдан ашыу шөғөлләнәм, – ти Салауат Ғәбделхәй улы. – Беренсенән, былар хужалыҡта бик кәрәкле әйбер булһа, икенсенән, яратҡан эшем менән булышыу үҙемә кинәнес бирә.
Салауат ағай район, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Уның кеше дәүмәлендәге һәм бармаҡ ҙурлығындағы быймалары, бәлки, Гиннесс рекордтары китабына индерерлектер! Был ябай булмаған аяҡ кейемдәрен күреп ҡалһа, күптәр улар янында фотоға төшөргә ашыға.
– Күрше Мәсәк ауылында борон Әкәй ҡушаматлы баһадир йәшәгән, – тип хәтирәләргә бирелә оҫта. – Уның кейгән кейемдәре лә ғәләмәт ҙур булған. Табында бер һарыҡты ашап бөтә алған, имеш. Һунарға ла ике ат менән һыбай йөрөгән, тиҙәр. Уның береһе арыһа, икенсеһенә атланған. Ошо ҙур быйманы ана шул алпамыша хөрмәтенә атап баҫтым да инде...
– Ә был быйма нисәнсе үлсәмгә торошло? – тип ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым.
– Иҫәпләп сығарғайным, 70-се булып сыҡты!
Салауат Мәхмүтов Абзай ауылы клубының художество етәксеһе булып эшләй. Һөнәрмән, форсаттан файҙаланып, беҙгә бер серен дә асты әле. Баҡтиһәң, клубта үткәрелгән Яңы йыл кисәһендә лотерея уйнатыласаҡ. Унда иң бәхетлеләрҙең береһенә оҫта баҫҡан быйма тәтейәсәк.