Борондан билдәләйбеҙ31.12.2014
Яңы йыл байрамын күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса билдәләй. Ә был йола беҙҙең эраға тиклем III меңйыллыҡта уҡ Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Һуңынан Рим императоры Юлий Цезарь Яңы йылды ҡаршы алыу датаһын 1 ғинуарға күсерә. Римдар был айҙы бөтә башланғыстарҙың аллаһы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға.
XV быуатҡа тиклем Рәсәйҙә Яңы йылды Юлиан календары буйынса 1 мартта, баҫыу эштәре башланған ваҡытта, изге Пасха көнөнән билдәләгәндәр. 1348 йылғы Мәскәү Соборы йылды 1 сентябрҙән башларға ҡарар сығара. Был ваҡытта халыҡтан яһаҡ, пошлина, оброк йыйыу тамамлана. Пётр Беренсенең махсус Указы менән, Юлиан календары буйынса башҡа Европа илдәрендәге кеүек үк, Яңы йыл Рәсәйҙә 1700 йылдың 1 ғинуарынан башлана.
1699 йылдың 20 декабрендә Петр I «Яңы йылды байрам итеү тураһында» 1736-сы Указға ҡул ҡуйған. Унда былай тиелә:
«… Яңы йылды 1 сентябрҙән түгел, ә быйылғы 1700 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләргә. Ошо яҡшы башланғыс уңайы менән байрам иткәндә бер-береңде Яңы йыл менән ҡотларға… Данлы һәм күп кеше йөрөй торған урамдарҙың йорттарын, ҡапҡаларын ҡарағай, шыршы һәм артыш ботаҡтары менән биҙәргә. Мылтыҡтарҙан һәм ҙур булмаған пушкаларҙан атырға, мөмкинлеккә ҡарап уттар тоҡандырырға..»