Һәр майҙанда – гәлсәр мөғжизә31.12.2014
Боҙ майҙансыҡтарының хәүефһеҙ һәм уңайлы булыуы шарт. Өфө ҡала муниципалитеттары вәкилдәренән торған эш төркөмө уларҙың байрамға, халыҡтың ялын ойоштороуға әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Тауҙар, боҙҙан яһалған һындар сатнамағанмы, яңылыш уйылған йә кителгән урындары юҡмы, улар балалар һаулығына янамаймы, күңел асыу, ял майҙандары ҡарҙан таҙартылғанмы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап киләме тигән талапсан күҙлек аша үткәрелде баш ҡаланың Яңы йыл байрамына арналған бер нисә ял майҙансығы. Урында яңғыраған бер нисә киҫәтеү буйынса тиҙ арала сара күреләсәк. Боҙ һындарҙың торошон ҡаланы хеҙмәтләндергән ойошмаларҙың даими күҙәтеп торорға тейешлеге хаҡында әйтеп үтте эшсе төркөм вәкилдәре. Улар шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы, төрлө ойошма, предприятие етәкселәрен ҡаланы байрамса биҙәүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
– “Әкиәт” исемен алған ҡаласығыбыҙ башҡорт һәм урыҫ халыҡ әкиәт-эпос геройҙарының урынлашыуы буйынса ике өлөшкә бүленгән: һул яҡта Аҡбуҙат, уҡсы егет, “Урал-батыр” персонаждары ултырһа, уңда – ҡуян менән төлкө, Мәскәй әбей һәм тимерсе Вакула һындары. Майҙансыҡҡа илткән ике ҡапҡа ла ял итергә килгән һәр кемгә күтәренке кәйеф, шатлыҡ-ҡыуаныс теләп торған Бәхет ҡоштары менән биҙәлгән. Өлкәнерәктәргә һәм кесе йәштәгеләргә тип махсус яһалған ике уңайлы тау ҙа бар, – тип таныштырҙы белгестәр баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан боҙ майҙансыҡтарың береһе менән.