Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:31.12.2014
Киләһе йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеү – бик һәйбәт күренеш. “Мәҙәниәт” үтеү менән яңы ижади осорға аяҡ баҫабыҙ. Емешлерәк булһын ине яҙыусыларҙы берләштерәсәге.
Беҙ яҙыша башлаған осорҙа ижадҡа иғтибар ҙур, китаптың гонорары юғары ине. Әйтәйек, өлкән яҙыусылар араһында ижад менән шөғөлләнеп, бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәре лә булды. Хәҙер бит гонорар бөтөнләй юҡ кимәлендә. Ә элегерәк бер ҡалын роман яҙып китап сығарһаң, “Волга” машинаһы һатып алып була ине. Бөгөн иһә ун китап сығарһаң да, хәлеңдән килмәйәсәк. Әҙәбиәттең матди хәле хаҡында уйланайыҡ. Хөкүмәт китаптың рухи яҡтан файҙаһын баһалап, яҙыусының матди хәлен дә хәстәрләргә тейеш. Быныһы – бер.
Икенсенән, Ижад йорто асылһа, бик файҙалы булыр. Унда үҙ-ара аралашыу, тәғәйен яҙыу эше менән генә шөғөлләнеү нигеҙендә әллә күпме яңы әҫәр тыуыр ине. Ижад итеү өсөн шарттар кәрәк. Ә йәштәрҙең күбеһенең фатиры ла юҡ. Ипотека тип хәбәр һаталар ҙа ул, әммә был рәүешле генә хәл итеп буламы икән торлаҡ мәсьәләһен?! Белмәйем шул...
Өсөнсөнән, яҙыусылар араһында ижади бәйләнеш юҡ кимәлендә. Хатта кемдең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйбеҙ. Элек ижади секциялар бик көслө эшләне, шуны йәнләндереп ебәрергә кәрәк. Идараның киңәйтелгән ултырыштарын үткәреп, айырым яҙыусыларҙың яҙған әйберҙәрен тикшереү зарур. Был үҙе үк ижади мөхитте терелтеп ебәрер ине. Йыллыҡ йыйылыштар отчет рәүешендә генә барырға тейеш түгел. Проза йәки шиғриәттең торошо хаҡында докладтар менән сығыш яһап, әҙәби баҫмалар, унда баҫылған әҫәрҙәр тураһында ла һөйләшеү үткәрергә кәрәк.
Әлбиттә, республика яҙыусыларының әҫәрҙәре сығып тора. Яңы исемдәр күренә. Тимәк, әҙәбиәтебеҙҙә йәнлелек бар, әммә ошо эште системаға һалып, йәмғиәттең ижадсыға, уның яҙғандарына йөҙ менән боролоуы ла кәрәк.
Боронғолар яҡынлашҡан йылды Ҡуй исеме менән атаған. Был мал – бик изгелекле йән эйәһе. Шуға күрә илебеҙ имен, халҡыбыҙҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыр тип өмөт итәйек. Етеп килгән Яңы йыл менән барығыҙҙы ла!





Вернуться назад