Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!31.12.2014
Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ! Сираттағы Йылҡы йылы ла тарихта тороп ҡалды. Шатлыҡ-ҡыуаныстары, һағыш-юғалтыуҙары менән яҙылды ул тормошобоҙ сәхифәһенә. Донъя булғас, төрлөһө була инде, тиеүселәр табылыр. Әммә барыһын да әлеге шул “ҡуласа”ға ғына япһарып ҡалмайыҡ әле. Тырышлыҡта, берҙәмлектә яулана бит ҙур еңеүҙәр, ҡаҙаныштар, онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар. Гәзитебеҙҙең һәр һаны ла – шул дуҫлыҡтың бер сағылышы. Нәҡ һеҙҙең ярҙамығыҙ менән баҫмабыҙ көслө, урынлы кәңәштәрегеҙ уны уҡымлы итә, йылы һүҙегеҙ күңелдәрҙе үҫтерә, дәрт өҫтәй.
Ғөмүмән, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың мән­фәғәтен ҡайғыртыуҙы мөҡәддәс буры­сыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Мәҫәлән, “Халыҡ тауышы”, “Баш­ҡортостан”дың тиҙ ярҙамы” рубрикалары райондарҙағы, төпкөл ауыл­дарҙағы күҙгә салынып бармаған борсоулы хәлде асыҡлау һәм килеп тыуған мәсьәләне сисеүҙә булышлыҡ күрһәтеүҙе маҡсат итеп алған. Иң мөһиме — хәбәр баҫылып сыҡҡас та тейешле власть органдары тарафынан сетерекле хәлгә бәйле сара күрелә.
Редакциябыҙҙа үткәрелгән “тура бәй­ләнеш”тәр ҙә бик күп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итте. Быйыл ғына гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡорт­остандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идара­сыһы Марат Латипов һәм башҡалар яуап бирҙе.
Гәзиттең йөҙө лә заман талаптарына ярашлы үҙгәрә, хәйер, уның дизайны буйынса эштең туҡтағаны ла юҡ.
Журналистар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл майҙа Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында экологик акция уҙғарылды: билдәле башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың 70 йыллығына бағышлап, 70 төп шыршы ултырттыҡ.
Мәҙәниәт йылы айҡанлы гәзит йыл башында уҡ “Талантлыны данлай “Баш­ҡортостан” тигән Интернет-конкурс иғлан иткәйне. Һәүәҫкәрҙәрҙең сығыштары (видеояҙмалар) гәзиттең социаль селтәрҙәге битендә ҡуйылып барҙы. 19 декабрҙә иһә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында үҙенсәлекле бәйгенең йомғаҡлау туры уҙҙы, еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Башҡортостан” быйыл да үҙ уҡыу­сыларын өр-яңы проекттары, иғтибарға лайыҡ рубрикалары, көн ҡаҙағына һуҡҡан сығыштары менән һөйөндөрмәксе. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: Әҙәбиәт йылы уңайынан бихисап иҫтәлекле осрашыу көтөлә. Киләсәктә лә һеҙҙең зауығығыҙҙы иҫәпкә алған махсус биттәр даими сығып торор. Бынан тыш, редакция ойошторасаҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә булыр. Авторҙарыбыҙҙың мөһим мәсьә­ләләр күтәргән хаттарына баҫма биттәрендә һәр ваҡыттағыса ҙур урын биреләсәк. Ҡыҫҡаһы, ижади эҙләнеүҙәр дауам итә, төп маҡсатыбыҙ – һәр кемдең күңеленә хуш килерлек, яҡшы сифатлы гәзит нәшер итеү.
Шуныһы үкенесле: бары тик “Йома”ны алдырып уҡыусылар ҡалған өс һанда донъя күргән уҡымлы мәҡәләләрҙән мәхрүм ҡала килә. Тимәк, артабан баҫмабыҙға 50600 индексы буйынса ла күпләп яҙылыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!








Вернуться назад