Күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар31.12.2014
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
Һөйләшеүҙә төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тикшерелде. Рөстәм Хәмитов республиканың хеҙмәт йылын нисек тамамлауы хаҡында бәйән итте. Башҡортостан эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрендә, сәнәғәт етештереүендә, социаль мәсьәләләрҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, төп капиталға инвестиция айырыуса ҡыуандыра. Ул 104-105 процент тәшкил итә.
— Ауыл хужалығы тармағы һәйбәт эшләне, һөт етештереү буйынса яҡшы күрһәткескә өлгәштек, — тине Рөстәм Зәки улы. — Бөгөн был ризыҡҡа ихтыяж бар. Беҙ иһә 1 миллион 850 мең тонна һөт етештерәбеҙ. Был — Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ҙур объекттар, фермалар, комплекстар төҙөйбөҙ. 60 миллиард һумлыҡ 11 ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ.
Владимир Путин бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең, уҡытыусыларҙың килеме менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов ҡуйылған бурыстың май указдарына ярашлы үтәлеүен билдәләне.
Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, төбәк Ҡырымда шефлыҡҡа алған район менән яҡшы эшләне. Республика халҡы 200 миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы. Шул иҫәпкә 38 объект төҙөкләндерелде. Аграрийҙарыбыҙ Ҡырымға 15 комбайн алып барып, шефлыҡҡа алған районда уңыш йыйыуҙа ярҙам күрһәтте.