Санта Клаус, Хызыр Ильяс, Аяз ата...31.12.2014
lҮзбәкстандағы Яңы йыл бабайы Кор бобо исемле. Ул буй-буй халат һәм ҡыҙыл түбәтәй кейә. Кор бобо ҡышлаҡтарға ишәккә атланып килә һәм балаларға тоғонан бүләктәр тарата.
lМосолман илдәрендә май башында Хызыр Ильяс исемле бабай бүләктәр күтәреп килә. Ул йәшел шарф менән уратылған ҡыҙыл башлыҡ һәм сәскәләр сигелгән йәшел халат кейә.
lҠыш бабайҙы ҡаҙаҡтар — Аяз ата, ҡалмыҡтар Зул тип йөрөтә.
lИталияла балаларға Бефана әбей (Бабо Натале тип тә әйтәләр) килә. Ул Яңы йыл төнөндә мөрйә аша инә һәм тәртипле балаларға бүләктәр өләшә, ә тыңлауһыҙҙарға көл генә бирә.
lАвстрияла Яңы йылды йәй уртаһында ҡаршылайҙар. Бында Санта Клаус тунда йөрөмәй. Башында – ҡалпаҡ һымаҡ еңел башлыҡ, өҫтөндә – күлдәк, аяғында – кейеҙ итек.
lФранцуздарҙың Ҡыш бабайы Пер Ноэль тип атала. Ул гел аҡтан кейенә. Бүләктәрен иһә йылыраҡ урынға ҡуйырға ярата.
lМонголияла Ҡыш бабай – йөнтәҫ тун кейгән көтөүсе образында.
lГвинеяла иһә кескәйҙәргә күстәнәстәрҙе – фил, ә Сүриәлә дөйә өләшә икән.
lӘ беҙҙең Ҡыш бабайыбыҙ шыршы байрамына Ҡарһылыу менән бергә йөрөй. Уның тылсымлы таяғы ла була. Ул шул таяҡ ярҙамында шыршының уттарын ҡабыҙа тип бала саҡтан беҙҙе ышандырҙылар.