Шатлыҡ ҡына килтерһен31.12.2014
Яңы йыл – бөтәбеҙҙең дә яратҡан байрамы. Шул уҡ ваҡытта күпселек өсөн ул күңел асыу ғына түгел, ҙур ғына көсөргәнеш тә, сөнки барыһын ойошторорға, табын әҙерләргә, тәмлекәстәр бешерергә, бүләктәр һатып алырға, күркәм кейем һайларға кәрәк. Байрамдан һуң өйҙө йыйыштырыу, һауыт-һабаны йыуыу һәм башҡа бик күп мәшәҡәт көтөүен күҙ алдына килтерһәң, бер аҙ күңел ҡырыла. Яңы йыл байрамынан кинәнес алам тиһәң, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ.
Алдан хәстәрләгеҙ
Яңы йылға бүләктәрҙе йыл дауамында һатып алырға мөмкин. Кәйефегеҙ ҙә күтәрелер, кибеттә сиратта торорға ла тура килмәҫ. Байрамды ҡайҙа ҡаршылауҙы алдан уҡ хәл итеү ҙә зыян итмәҫ – ҡунаҡҡа бараһығыҙмы, әллә уларҙы үҙегеҙ саҡыраһығыҙмы? Ҡунаҡтарҙы бер ай алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйыу яҡшы булыр.
Күңелегеҙ күтәренке булһын!
Яңы йыл төнөндә нимә эшләйәсәкһегеҙ – был хаҡта алдан уҡ уйланығыҙ. Бүләктәр бик мөһим, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта төрлө күңелле саралар ойоштороу ҙа байрамға йәм өҫтәр. Тауҙан шыуыу, салют, театрлаштырылған тамашалар, Ҡыш бабайҙы саҡырыу һ.б. оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр.
Иң яҡындарығыҙ килһен
Ҡунаҡты күп саҡырып, шау-шыулы ҙур табын ҡороуҙың кәрәге юҡ. Иң яҡын, яратҡан кешеләрегеҙҙе саҡырһағыҙ, байрам бигерәк тә күркәм, кәйефегеҙ шәп булыр.
Ҡулдан яһағыҙ
Өйөгөҙҙә тылсымлы оҫтахана асып ебәрегеҙ. Биҙәүес әйберҙәрҙе, сувенир, бүләктәрҙе үҙ ҡулығыҙ менән яһарға тырышығыҙ. Һөҙөмтәлә күңелегеҙ күтәрелер, байрам кәйефе тыуыр. Уларҙы эшләү буйынса кәңәштәрҙе Интернет селтәренән, төрлө китаптарҙан табырға мөмкин.
Балаларҙы шатландырығыҙ
Яңы йыл – балаларҙың иң яратҡан байрамы. Кескәйҙәр өсөн ваҡыт йәлләмәгеҙ – тамаша ҡороғоҙ, тылсым эйәһе булып кейенегеҙ, ишек алдындағы ҡарға Ҡыш бабай эҙен һалығыҙ, күршеләрегеҙҙең ишек ҡыңғырауына баҫыуын һорағыҙ, ә был мәлдә балағыҙға тәғәйенләнгән бүләкте шыршы төбөнә һалығыҙ, “Ҡыш бабай”ҙан хат яҙып, почта йәшнигенә төшөрөгөҙ, әкиәт һөйләгеҙ, уйындар ойоштороғоҙ.
Ит менән мауыҡмағыҙ
Байрамға кейгән кейемдең күк төҫтә булыуы мотлаҡ түгел. Тик ул ялтырауыҡтар, йәнлек тиреһе менән биҙәлмәҫкә, иҙеүҙәре ябыҡ булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙға сәсен бөҙрәләтеп, ағас ҡыҫтырғыс менән йыйып ҡуйырға кәңәш ителә.
Йылҡы кеүек үк, Ҡуй ит ашамай. Шуға күрә итле ризыҡтарҙы кәметергә, табынға йәшелсә, емеш-еләк, тәмләткес үләндәр ҡуйыу яҡшы булыр. Иткә килгәндә, тауыҡ, ҡуян итенә, балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.
Ҡыңғырау сыңлаһын
Өйҙө яһалма ялтырауыҡтар урынына ағастан, йөндән йәки тиренән, тубырсыҡтан яһалған әйберҙәр менән биҙәргә тырышығыҙ. Ишеккә ҡыңғырау элергә мөмкин – үҙенең сыңы менән ул ҡунаҡтарҙы ла, йыл хужаһын да сәләмләйәсәк.
Төрлө таҫмалар, ҡарағай, шыршы ботаҡтары үреме, йәшел үләндәр ҡуйылған вазалар һ.б. күберәк булһын. Бөтә биҙәүестәр күк төҫтә булмаһа ла ярай. Ҡуй йәшел, һары, аҡ, аҡһыл көрән төҫтәрҙе лә үҙ итә. Иң мөһиме – тәбиғи туҡымаларға һәм материалдарға өҫтөнлөк бирелһен.
Иң ҡулайы –
тыуған йорт
Ҡуй тыуған йортон, өй йылыһын бик ярата. Әгәр мөмкинлек булһа, Яңы йылды ауылда, яҡындарығыҙ янында ҡаршылағыҙ.