Яңы йыл кисәһендә ниндәйҙер мөғжизә буласағына ышаныуға бала саҡтан күнеккәнбеҙ. Был өмөт кешене олоғайғас та ташламай. Ысынлап та, әҙәм балаһы һәр саҡ төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға тарып тора. Ә инде нәҡ Яңы йыл байрамында булғандары оҙаҡ йылдар иҫтән сыҡмай. Шул яҡты хәтирәләр ажғыр буранда ла күңелде йылыта. Һүҙ — йәнә йыл хужаларына. Улар мөғжизәле байрамға бәйле ҡыҙыҡ иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Гөлдәриә ЙОСОПОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре:– Үҙемдең йылым килеүгә бик шатмын. Бынан ун ике йыл элек әхирәтем Неля Ғәйнетдинова: “Һинең йылың етә – бәхет көт”, – тигәйне. Был һүҙҙәр әллә фәрештәнең “амин” тигән мәленә тура килде, әллә ысынлап дөрөҫлөк бар, ул йыл минең өсөн эштә лә, ғаилә тормошомда ла бик уңышлы булғайны. Алдағы 2015 йылда ла шулай булыр тип ышанам.
Элегерәк эш урынында балалар өсөн Шыршы байрамы 1 ғинуарҙа була торғайны. Ҡыш бабай ролендәге билдәле диктор Әхәт Мортазин шиғыр уҡыған һәр баланы тәм-том менән һыйлай. Тик өйгә ҡайтҡас, улым миңә: “Әсәй, һин ни өсөн Ҡыш бабайға “Әхәт” тип өндәштең?” – тип әйтеп һалмаһынмы! Төрлөсә аҡланырға тура килде. Икенсе йылы, былай ауыҙ бешкәндән һуң, Яңы йыл бүләген шыршы төбөнә һалырға булдыҡ. Ул саҡта инде улым, ниһайәт, Ҡыш бабай миңә лә шыршы төбөнә бүләк һалған, тип йәнә мөғжизәгә ышаныуын белдерҙе.
Яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда барлыҡ яҡындарыма, телевизор ҡараусыларға һәм гәзит уҡыусыларға бәхет, һаулыҡ һәм мөғжизә теләйем!
Венер ИСХАҠОВ, яҙыусы-сатирик:– Беренсе класта яҡшы уҡыған өсөн Яңы йылда Мәжит Ғафуриҙың “Өс повесть” китабын бүләк иттеләр. Шунда шул тиклем шатланыуым! Хатта тулҡынланыуҙан төнө буйы йоҡлай алмағаным хәтерҙә. Бәлки, әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү шул мәлдә яралғандыр. Ул саҡтарҙа китап иң ҡиммәтле бүләк һанала ине. Унан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу биҙәлгән аттарҙа өйҙән-өйгә йөрөп күстәнәс таратҡан мәлдәр бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалған. Ҡыш бабай биргән өрөктәр, вафлиҙың тәме әле һаман телдә торған кеүек.
Илдар Байбулатов, тележурналист:– Шөкөр, беҙҙең ғаиләлә “һарыҡтар” күп (көлә). Атайым да, үҙем дә, ҡыҙым да Ҡуй йылында тыуғанбыҙ.
Был хәл 2004 йылдың 31 декабрендә булды. Кәләшем менән төшкә тиклем эшләнек тә Әбйәлилгә ҡайтырға йыйындыҡ. Әммә күпме генә эҙләһәк тә, машиналы бер генә кешене лә тапманыҡ. Уйланыҡ, уйланыҡ та “попуткаға” сығырға булдыҡ. Ҡайтмайынса ла булмай, сөнки ауылда беҙҙе ҡыҙыбыҙ Алтынай көтә ине. Аэропортҡа автобус менән тиҙ генә килеп еттек тә юлда ҡул күтәреп торабыҙ. Биш минут та үтмәй, Учалыға китеп барған ғаилә беҙҙе ултыртып алды. Сермәнгә тиклем барып етһәк, артабан берәй әмәле сығыр әле, тип уйлайбыҙ. Инйәргә етер алдынан юлдаштарыбыҙҙың балаһы асыҡтым тип илай башланы. Кафеға туҡтаған арала беҙ Силәбе өлкәһенән килгән джипҡа күсеп ултырҙыҡ. Ул беҙҙе Әбйәлил районының Таштимер ауылы янында төшөрөп ҡалдырҙы. Шул ваҡытта Асҡарға китеп барған берәүҙәр беҙҙе район үҙәгенә тиклем алып барҙы. Шунда уҡ киләһе машинаға ултырып, Ишҡолға барып еттек. 400 километр араны бер ерҙә лә туҡтамай дүрт сәғәт эсендә үттек, тик бына 15 километр ҡалғайны, техника әҫәре юҡ, бер сәғәттән ашыу өшөп баҫып торҙоҡ. Йәйәү атларға йыйынып та бөткәйнек, елдереп “Ока” килеп туҡтаны. Шулай итеп, ул беҙҙе уҙып барған йылдың һуңғы минуттары һуҡҡанда ғына ауылға алып ҡайтып еткерҙе. Ошо ваҡиғанан һуң мин үҙемә машина һатып аласаҡмын тип һүҙ бирҙем. Һәм Яңы йылда изге хыялымды тормошҡа ашырып та ҡуйҙым.
Шәүрә ШӘКҮРОВА, яҙыусы, сценарист:– Мандаринды бары тик Яңы йылға ғына һатып алалар, тип уйлай инем бала саҡта, сөнки әсәйем шыршыны нәҡ шул емеш һәм кәнфиттәр менән биҙәй торғайны. Атайым ул саҡта Мәскәүҙә аспирантурала уҡый ине. Әллә уйынсыҡтарға шул заманда ҡытлыҡ булдымы, әллә әсәйебеҙ шулай итеп шатландырырға теләнеме икән? Һәр хәлдә, ошо көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала инем. Үҙе ниндәй шатлыҡ: дефицит тип иҫәпләнгән тәмлекәстәр байрам ағасына эленә! Анау ялтыр тышлы “Творожный сырок” бигерәк татлы ине. Беҙҙең ғаиләләге был йола оҙаҡ йылдар дауам итте.
Мин үҙемә бер хәйлә лә таптым. Теге тәмле кәнфиттәрҙе бүтәндәр күрмәгәндә алып ашайым да, һиҙмәһендәр өсөн эсенә ҡағыҙ төрөп, йәнә элеп ҡуям. Аҙаҡ Гөлдәр һеңлем шул кәнфитте асһа, эсендә ҡағыҙҙы күреп, илай торғайны. Был бала саҡ хәтирәләренең иң ҡыҙыҡтарының береһелер, моғайын.
А. Абҙаҡов
яҙып алды.