Йылмайып-көлөп кенә04.02.2012
Берәү музей ҡарап бик оҙаҡ йөрөй. Ниһайәт, арып, бер креслоға барып ултыра.
— Тороғоҙ, һеҙ Людовик ХIV креслоһына ултырғанһығыҙ, — ти музей хеҙмәткәре.
— Ултырһа ни, ул килеү менән тороп китермен!
* * *
— Йоҡлағанда төшөгөҙҙә һөйләшәһегеҙ икән, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ, — тип тынысландыра врач пациентты. — Әллә был ғәҙәтегеҙ ҡатынығыҙға оҡшап етеңкерәмәйме?
— Юҡ та, бергә эшләгән иптәштәргә.
* * *
— Уй, минең иремдең һәйбәтлеге, уй, һәйбәтлеге. Ҡулыма эш тейҙермәй бына. Ашарға бешерә, кер йыуа, үтекләп ҡуя, йәй буйы салат, ҡайнатма әҙерләй.
— Ул ир түгел бит!
— Әтеү кем булһын?
— Ниндәйҙер бисәкәй.
* * *
— Һаумы, Илдар! Һин хәҙер ҡайҙа эшләйһең?
— Министрлыҡта!
— Әйҙә булмаһа, һине коньяк менән һыйлайым әле! Унда кем булып эшләйһең?
— Ҡул оҫта бит — емерек-фәләнде йүнәтәм.
— Әй, бөтөнләй онотҡанмын даһа, кәшүлегемде өйҙә ҡалдырғанмын. Берәй ваҡыт яйын табып һыйлармын әле.
* * *
— Минең ирем өйләнешеүебеҙгә бишенсе көн тигәндә үлеп китте.
— Оҙаҡ аҙапланмаған икән, меҫкен.
* * *
— Ишек төбөндә ике сәғәт буйы кем менән һөйләшеп торҙоң ул?
— Күрше ҡатын менән.
— Нишләп өйгә саҡырманың?
— Инеп торорға ваҡыт юҡ, бик ашығам, тигәйне.
* * *
Алтын туй бара. Бер ҡунаҡ ҡарттан һорай:
— Олатай, һин бер ҡатын менән нисек шул тиклем оҙаҡ йәшәй алдың? Бер ваҡытта ла айырылышырға уйламаныңмы?
Ҡарт аптырап китә:
— Айырылышырға тиһеңме? Аллам һаҡлаһын! Ә бына асыу килгәндә берәй нәмә менән бәреп үлтерге килә торғайны.