Беҙҙе нимә көтә?31.12.2014
Яңы йылда бәхет һәм уңыштар еңел генә бирелер, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Киреһенсә, ҡайһы саҡта бик ҡыйын булыр, сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап ителер.
Йыл әллә ни әһәмиәте булмаған ваҡиғаларҙан башланыр. Шулай ҙа уларға еңел ҡарарға ярамай – ваҡытында иғтибарға алмаһаң, кескәй генә хәлдең дә ҙур эҙемтә тыуҙырыуы бар.


Ғинуар аҙағында Юпитер менән Плутон йоғонтоһонда аҡса, табыш алыу теләге көсәйер. Ҡомһоҙҙар ҡайһы бер әхлаҡи принциптарҙы боҙоуҙан да тартынмаҫ. Был – шикле килешеүҙәр, аҡса, мөлкәт өсөн низағтар, ғаиләлә һәм коллективтарҙа аңлашылмаусанлыҡ осоро. Аҡыллы кешеләр, хәлде алдан күҙаллап, киләсәккә көс-ҡеүәт туплау өсөн әүҙемлеген бер аҙ кәметер.
21 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем Меркурий әүҙемләшә. Ул да байтаҡ күңелһеҙлек килтерер. Был көндәр яңы башланғыстар, эш урынын алмаштырыу өсөн ҡулай түгел, һаҡ булыуҙы талап итә. Февралдә айыҡ аҡыл өҫтөнлөк итһен ине. Башлаған эште ташлап, бирелгән вәғәҙәләрҙән баш тартып, уңышһыҙ, һөҙөмтәһеҙ ғәмәлдәр менән шөғөлләнергә тура килер, моғайын. Хәүефле хәлдәргә лә тарыуығыҙ бар.
Йыл башында Уран менән Плутондың тәьҫире хаҡында ла оноторға ярамай. Байтаҡ яңылыҡтар көтөлә. Тормошто үҙгәртеп ҡороу зарурлығын аңлаһалар ҙа, күптәрҙең үткәндәрҙән айырылғыһы килмәҫ. Яҙмыш ҡушыуына ҡаршы тормаҫҡа, көсөгөҙҙө мәғәнәһеҙ көрәшкә сарыф итмәҫкә тырышығыҙ.
Май башына тиклем йәмғиәттә күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар күҙәтелер, социаль ҡаршылыҡтар киҫкенләшер. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә тотороҡлолоҡ һиҙелмәй.
Майҙан алып авгусҡа тиклем Сатурн менән Хирондың йоғонтоһо арта. Хирон, астрономия күҙлегенән планета булмаһа ла, кеше менән юғары системалар араһында аралашсы ролен үтәй, рухи кимәлдә һәм ғәмәли йәһәттән үҫеш юлдарын күрһәтә. Май, июнь айҙарында Меркурий тәьҫире тойолор. Шуға күрә 19 майҙан 12 июнгә тиклем эш әүҙемлеген кәметергә, коммерция эшмәкәрлегендә һаҡ булырға кәңәш ителә.
Йәй күңелле ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Июнь аҙағы – аралашыу, яңы танышлыҡтар, йәмғиәттә позицияңды нығытыу өсөн уңайлы осор. Мәғлүмәт таратыу йәки йәмғиәттәге үҫеш йүнәлештәрен өйрәнеү менән шөғөллән­гәндәр уңышҡа өлгәшер. Үҙ эшен асырға теләгәндәргә тап ошо мәлдә баҙарға һәм ундағы ихтыяжға баһа бирергә кәңәш ителә. Никахҡа инергә ниәтләһәгеҙ, июнь аҙағында тормош иптәшен эҙләгеҙ.
25 июлдән 6 сентябргә тиклем Венера әүҙемләшә. Үткәндәргә ҡайтыу осоро. Тормошоғоҙҙан киткән кешеләр менән ҡайтанан осрашыу ихтималлығы артыр.
Көҙ Меркурий йоғонтоһо менән башлана. Ҡаршылыҡтар байтаҡ булһа ла, уларҙы уңышлы еңеп сығырһығыҙ. Сентябрь аҙағында һәр мөмкинлекте файҙаланған тәүәккәл кешеләр өсөн яңы офоҡтар асылыр. Был – үҫеш, тәжрибә туплау, ысын мәғәнәһендә ҙур уңышҡа өлгәшеү мәле.
Октябрҙең икенсе яртыһында ҙур проекттар башларға, тырышлыҡты берләштерергә, теләктәштәр эҙләргә мөмкин. Ғаилә ҡороу өсөн дә уңайлы осор.
Ноябрь һәм декабрь еңелдән булмаҫ. Өлгәшелгәнде һаҡлап ҡалыу өсөн “тир түгерһегеҙ”. Ғаиләлә лә низағтар артыр, күптәргә эш менән шәхси тормош араһында өҙгөләнергә тура килер. Был дәүерҙе тыныс, сабыр үткәрергә кәңәш ителә.
Күңелһеҙлектәр йыл буйы дауам итә икән, тип уйларға ярамай. Ҡуй йылы уңыштары, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән барыбыҙҙы ла һөйөндөрөр әле.

Ҡуҙыларҙы йыл сабырлыҡҡа өйрәтер. Бөтә ниәттәрҙе теләгәнсә йылдам ғына тормошҡа ашырып булмаҫ, моғайын. Шуға күрә башлаған эште ташлап ҡуймау, уны аҙағына еткереү өсөн уңайлы ваҡытты көтөү мөһим.

Буғалар көс-ҡеүәт туплап, тормошҡа ҡарашын үҙгәртер, киләсәккә булған ниәттәренә төҙәтмә индерер. Йыл сағыу ваҡиғаларға бай булыр, ҡайһы берәүҙәр ғаилә ҡороу хаҡында ла уйланыр.

Игеҙәктәрҙең эше ал да гөл барыр төҫлө. Шәхси мәсьәләләр ҙә ваҡытында хәл ителер. Ҙур уңышҡа өлгәшеү өсөн ҡәтғилек, ныҡышмалылыҡ, тәүәккәллек күрһәтеү артыҡ булмаҫ.

Ҡыҫалаларҙы һөнәри йәһәттән дә, шәхси мөнәсәбәттәр яғынан да көсөргәнешле йыл көтә. Мөһим ваҡиғалар байтаҡ булыр. Теге йәки был мәсьәлә буйынса дөрөҫ ҡарарға килерһегеҙ. Эшегеҙҙә ҙур еңеүҙәр яуларһығыҙ.

Арыҫландар эске тауышына ҡолаҡ һалһын ине: яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә тап ул ярҙам итер. Мөхәббәт өлкәһендә бер аҙ ҡатмарлы хәлдәр көтә. Баҫалҡылыҡты һаҡлап, аҡыл менән эш итегеҙ.

Ҡыҙҙарға байтаҡ һөнәри кәртәләрҙе үтергә тура килер. Ә ғаилә тормошо, киреһенсә, ыңғай хәл-ваҡиғаларға бай булыр. Мөнәсәбәттәр яңырыр, иҫке бәйләнештәр яйға һалыныр.

Үлсәүҙәргә йыл һөҙөмтәле булмаҡсы. Йондоҙлоҡ вәкил­дәре асылған яңы мөмкинлектәрҙән тулыһынса фай­ҙаланыр. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа булыр, ләкин улар алдында баҙап ҡалмаҫһығыҙ, күңел тыныслығын юғалтмаҫһығыҙ.

Саяндарға ныҡышмалылыҡ күрһәтергә кәңәш ителә. Быйылғы уңыштар тап ошо сифатҡа бәйле. Эшкә йәки шәхси тормошҡа ҡағылған мәсьәләләр буйынса ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Хис-тойғоға бирелмәй, аҡыл менән эш итһәгеҙ, барыһы ла яҡшы булыр.

Уҡсыларҙы уңышлы йыл көтә. Был һөнәри эшмәкәрлеккә лә, шәхси тормошҡа ла ҡағыла. Йондоҙлоҡтоң йәш вәкил­дәренә генә һаҡ булырға кәңәш ителә: алданыуығыҙ ихтимал.

Ылаҡтар һаҡ булыуҙары, аҡыл менән эш итеүҙәре һөҙөмтәһендә йыл алып килгән барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы еңеп сығыр. Юлығыҙға ниндәй генә тоҙаҡтар ҡоролмаһын, уларҙы мотлаҡ урап үтәсәкһегеҙ.

Һыуғоярҙарға үҙҙәренә талапсан булырға, уңышҡа ғына иҫәп тотмаҫҡа кәңәш ителә. Шул саҡта һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырыр. Йыл ҡыҙыҡлы танышлыҡтар вәғәҙә итә. Мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ҙа ихтимал.

Балыҡтар өсөн йыл тыныс булмаҡсы. Башҡарған һәр ғәмәлегеҙ ыңғай һөҙөмтә бирер. Шәхси тормошта ла, мөхәббәт өлкәһендә лә мөһим ваҡиғалар көтөлә.

(Интернет мәғлүмәттәренән алынды).



Вернуться назад