“Һәр минут өсөн!”31.12.2014
Шым ғына бутҡа ашап ултырғанда әбей ҡалағы менән шап иттереп бабайының маңлайына эләктермәһенме!
Тегеһе, аптырап:
– Әбей, ни булды һиңә? — тип һорай.
– Бынан етмеш ике йыл элек мине санаға бәйләп һалып, урлап алып ҡасҡаның иҫемә төштө.
Тауыш-тынһыҙ ғына артабан ашарға керешәләр. Көтмәгәндә ҡарт та әбейенең маңлайына килтереп тондора:
– Бына, ғибрәт, ниндәй етмеш ике, ти? Етмеш өс йыл элек булды ул хәл!
Ғүмеребеҙҙең һәр минуты, һәр сәғәте, һәр йылы, һәр осоро күңелдәрҙә һаҡланһын!
“Яңы йыл өсөн!”
31 декабрь. Кискеһен бер малай әсәһенә килгән дә былай тигән:
– Әйҙә, әсәй, сәғәт ун икенсе ярты булғас, бөтәбеҙ ҙә “Ура-а, Яңы йыл килде, Яңы йыл!” тип ҡысҡырайыҡ.
– Ниңә? Ун икенсе яртыла Яңы йыл килмәй ҙә баһа.
– Әйҙә, күршеләр быларға “Яңы йыл иртәрәк килгән икән” тип уйлаһын...
Күңелле, һәйбәт нәмәләр әҙ генә булһа ла беҙгә иртәрәк килһен! Яңы йыл менән!