Был байрам – халҡыбыҙҙың элек-электән һаҡланып килгән йолаларының береһе. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар, яҡты көн хаҡына үткәрелә.Өфө ҡалаһының дөйөм үҫеш төрөндәге 221-се балалар баҡсаһында өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнашлығында “Ҡаҙ өмәһе” сәхнәләштерелде. Байрамға ҡунаҡҡа филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Рәсимә Ураҡсина, шулай уҡ башҡа балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр саҡырылғайны.
Милли кейемдәге тәрбиәселәр, музыка уҡытыусыһы Мәҙинә Сәхәпова менән физик культура инструкторы Рәзилә Аслаева ярҙамында бик матур тамаша ойошторолдо. Балалар йоланы еренә еткереп башҡарҙы, сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
– Һоҡланғыс тамаша: ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡа, йырлап малайҙар килә, түшкәләр һыуҙа сайҡатыла… Барыһы ла ысын һымаҡ. Бигерәк тә ҡала шарттарында балаларҙың саф башҡортса, матур һөйләшеүе күңелде иретте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәсимә Ураҡсина.
Эйе, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге балаларҙы бәләкәйҙән тарихты, йолаларҙы өйрәтеп үҫтереүгә, рухи тәрбиә биреүгә бәйле.