Сатлама һыуыҡ уларға ҡурҡыныс түгел30.12.2014
Сатлама һыуыҡ  уларға ҡурҡыныс түгел “Төҙөлөш ресурстары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡышҡы сатлама һыуыҡтар ҡурҡыныс түгел, сөнки бында күптән арбаны ҡыш, сананы йәй әҙерләргә күнеккәндәр. Өфө районының Дмитриевка ауылында урынлашҡан был ойошмала тәү сиратта сифат мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк бурыс булып тора.


– Һуңғы бер нисә йылда йылылыҡ селтәре торбаларын Дмитриевка, Волков, Чернолес ауылдарында тулыһынса ал­маштырҙыҡ. Ягод­ная Полянала иһә был эште өлөшләтә башҡарҙыҡ, – тип һөйләй ойошма етәк­се­һе Хаммат Динислам улы Мөстәҡимов. – Ҡаҙанлыҡтарҙа өр-яңы ҡулайламалар менән йы­һазландырылған заманса насостар ҡу­йыл­ған. 1170 метр һыу үт­кәргес селтәре, 80 метр канализация торбаһы төҙөкләндерелде, 13 һыу сква­жинаһы әҙерләнде. Уларҙың эшен автоматлаштырыу, торбаһын алмаштырыу дауам итә.
“Төҙөлөш ресурстары”– районда коммуналь хеҙмәттәр күрһәткән иң ҙур ойош­маларҙың береһе. Улар Подымалово, Дмитриевка, Волков, Чернолес, Ягодная Поляна, Ҡармасан ауылдарын, Шемәк һәм Октябрьский ауыл Советтарын хеҙмәтләндерә. 2008 йылдан Дмитриевка торлаҡ-коммуналь хужалығы – ҡулайлаштырылғандан һуң эш башлаған ойошма – халыҡты хеҙмәт­ләндереүгә яуаплы ҡарай. Йәй ҙә, ҡыш та барлыҡ эштәрҙе сифатлы итеп башҡарырға тырыша улар.
Хаммат Динислам улы ойошмала беренсе көндәрҙән үк эшләгән алдынғы хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙе лә телгә алып китте: баш инженер Р. Менванов, йылылыҡ хеҙмәте начальнигы Я. Ҡа­диров, гараж мөдире Ф. Кинйәғолов һәм башҡалар. Коллективта 60-тан ашыу кеше эшләй. 20 берәмек техника бар. Хаммат Динислам улы һуңғы йылдарҙа лизингка алынған техниканан бик ҡәнәғәт бу­лыуҙарын, республика программаһы буйынса субсидия алыуҙарын да телгә алды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн “МТЗ-80” тракторы, Төркиәлә етештерелгән уңайлы экскаватор, Ҡытайҙан манипулятор һатып алыуҙарына эшселәрҙең шатланғанын да һөйләне. Был техника уларҙың ауыр эшен күпкә еңеләйтә. Хеҙмәт хаҡын да һәйбәт ала ойошмала эшләүселәр: айына уртаса 18 мең һум сыға.
Әлбиттә, эш булғас, ҡыйынлыҡтар ҙа урап үтмәй. Өфө районында һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе күптән киҫкен тора. Торбалар иҫкергән. Көстән килгәнсә һыу селтәре алмаштырылған, әммә башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ. “Төҙөлөш ресурстары” ойошмаһы 21 километр һыу үткәргес селтәрен, 8,2 километр йылытыу торбаһын, 13 скважинаны, алты ҡаҙанлыҡты хеҙмәтләндерә. Шулай ҙа был селтәр 80 процентҡа иҫкергән, канализация ҡоролмалары һәм сифатлы эсәр һыу әҙерләү системаларын төҙөү зарур.
2015 йылға ойошма ошо мәсьәләләрҙе өлөшләтә булһа ла хәл итеү маҡсатын ҡуйған. Ягодная Поляна ауылында ҡаҙанлыҡ урынлаштырыу, Дмитриевкала таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү, һыу таҙартыу системаһын проектлау – быларҙың барыһы ла киләһе йылда тормошҡа ашыр тип өмөтләнә Хаммат Динислам улы. Шулай уҡ Волков ауылында ҡаҙанлыҡты яңыртыу, Подымаловола таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү күҙаллана.


Вернуться назад