Орлоҡ сифатлы икән...30.12.2014
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты йылды тос уңыштар менән тамамлай. Институт ғалимдары төрлө йүнәлештә эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр алып бара. Төп йүнәлештәрҙең береһе – юғары төшөмлө сорттар сығарыу. Учреждение республика игенселәренә яңынан-яңы орлоҡ төрҙәрен тәҡдим итә. 2014 йылда Фундаменталь һәм өҫтөнлөклө ҡулланма тикшеренеүҙәр планының ете йүнәлеше буйынса 37 эш үтәлгән. Өр-яңы өс сорт Рәсәй Ауыл хужалығы культуралары сорттарын һынау буйынса дәүләт комиссияһына тапшырылған.
Уларҙың береһе – ужым бойҙайының “башкирская-11” сорты. Был сорт ҡарлы үңәҙ, көрән тут, онло ысыҡ сирҙәренә бирешеп бармай, йығылмай, уңышы, сей елемлелек, аҡһым миҡдары уртасанан юғарыраҡ. Бөртөктәре эре. Был ашлыҡтан бешкән икмәк бик тәмле була. Икенсе табыш – ужым тритикалеһының “короткостебельная-2” сорты. Ул да мул уңыш биреүсәнлеге, һыуыҡҡа сыҙамлылығы, эре бөртөклө булыуы, сирҙәргә бирешмәүе менән айырылып тора. Икмәге яҡшы сифатлы булып бешә. Ғалимдар тәҡдим иткән тағы бер сорт – ҡыҙыл йылан ҡуҙағының “факел” тигән сорты. Уның күрһәткестәре лә уртасанан юғары: ҡышҡы һалҡындарға бирешмәй, уңышы юғары, сей протеины күп, онло ысыҡ менән стандарттан ике тапҡырға һирәгерәк сирләй.
Институт белгестәре һынауға элегерәк тапшырған өс сорт Рәсәй Селекция ҡаҙаныштары буйынса дәүләт реестрына индерелгән. Улар – “экада-113” тигән йомшаҡ сортлы яҙғы бойҙай, “бурновский” сортлы картуф, һолүләндең “памяти Еникеева” тигән сорты. Өсөһө лә ауырыуҙарға ҡаршы тороу, уртасанан юғарыраҡ уңыш биреү һәм башҡа отошло яҡтары менән айырыла.
Ғилми эшмәкәрлек, иген, картуф орлоғо сығарыуҙан тыш, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү, үҫемлекселектә ресурстарҙы һаҡлау технологиялары, ауыл хужалығы малдарының продукт биреүсәнлек йәһәтенән генетик ҡеүәтен отошло файҙаланыу, юғары сифатлы продукция етештереүҙә яңы технологиялар эшләү, агросәнәғәт комплексында хужалыҡ итеү һәм ер мөнәсәбәттәрен камиллаштырыуҙың ғилми механизмын эшләү кеүек йүнәлештәрҙә бара. Ғалимдар яңынан-яңы эшләнмәләр өҫтөндә баш вата, тикшеренеүҙәр, һынауҙар үткәрә. Уларҙың алдына ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн институтта етерлек шарттар тыуҙырылған. 2014 йылда, ғалимдар сафын тулыландырып, бер кеше фән докторы булып китте, ике белгес иһә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы.
Эшмәкәрлек даирәһе республика менән генә сикләнмәй. Институт хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығыта. Договорҙар һәм килешеүҙәр сиктәрендә сит илдәрҙең ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм фирмалары менән уңышлы хеҙмәттәшлек дауам итә.
Ҡаҙағстандың Ҡустанай ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты менән ер эшкәртеү, үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү, ауыл хужалығы культураларын селекциялау мәсьәләләрендә уртаҡ мәнфәғәттәр байтаҡ. Ҡаҙағстан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Дәүләт химия комиссияһы менән 20 мең гектарҙа фитоспорин препаратын һынау тураһында килешеү тормошҡа ашырыла. Иген культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау йүнәлешендә Швейцарияның “Новартис” фирмаһы менән берлектә дивиденд КС һәм фитоспорин препараттарының һөҙөмтәлелеге тикшерелә. “Оллтек” (АҠШ) халыҡ-ара компанияһы менән йылҡы һәм һыйыр малына селенлы аҙыҡ ашатыу һөҙөмтәләре өйрәнелә. Ҡаҙағстандың “Фитон” ғилми-етештереү берекмәһе менән яҙғы бойҙайҙың йомшаҡ һәм ҡаты сорттарын сығарыу эшмәкәрлеге дауам иттерелә.
2013 йылдан башлап институт ғалимдары килешеү нигеҙендә Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарындағы һигеҙ база хужалығында үҫемлекселектең һәм малсылыҡтың продуктлылығын күтәреү буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Коллектив 2015 – 2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында иген культураларының, ҡуҙаҡлыларҙың, үләндәрҙең, еләк-емеш культураларының һәм картуфтың селекцияһын һәм беренсел орлоҡсолоғон үҫтереү буйынса программаһы проектын эшләүгә тос өлөш индерҙе.
Институт ғалимдары халыҡ-ара, Рәсәй, республика, зона, район конференцияларында, симпозиумдарында, семинарҙарында әүҙем ҡатнаша. Уларҙа йыл барышындағы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге тураһында барлығы 108 доклад һәм сығыш яһалған. Алты күргәҙмәлә ҡатнашып, 6 миҙал яуланған (икеһе алтын), 6 дипломға лайыҡ булғандар.
Институт сығарған сорттар республикалағы 1 миллион гектарҙан ашыу баҫыуҙа сәселә. Былтыр ауыл хужалығы етештереүселәренә 814 тонна юғары репродукциялы иген культуралары орлоғо, шул иҫәптән 648 тонна оригиналь орлоҡ һатылған, репродукциялыларҙан 61 тонна иген һәм ҡуҙаҡлылар, 98 тонна – бер, 6 тонна күп йыллыҡ үлән оҙатылған. Республика йәшелсәселәренә 70 тонна сифатлы картуф орлоғо һәм 12 мең төп еләк-емеш культураһы үрсеме һатылған.
Шулай итеп, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты республика ауыл хужалығы тармағы ҡаҙаныштарын арттырыуға тос өлөш индереүен дауам итә.