Беҙ “райпо” тип атап өйрәнгән ҡулланыусылар йәмғиәте бында икегә бүленгән: “Радуга” һәм “Общепит”. Тәүгеһенең төп йүнәлеше сауҙа булһа, икенсеһенең исеме үк есемен күрһәтә — дөйөм туҡланыу, йәғни халыҡты ошо йәһәттән хеҙмәтләндереү. Шуныһы мөһим: ике йәмғиәт тә шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәшелсәне, аҫралған малдың итен йыйыу менән дә мәшғүл. Мәҫәлән, районда 30 магазин булһа, һатыусылар бер үк ваҡытта әҙерләүсе, йәғни халыҡтан аҙыҡ-түлек, тире, макулатура, йөн йыйыусы ла булып эшләй. Район үҙәгендә “Балтас” кафеһы, ҡапҡылап сығыу урындары эшләй. Бындағы ике магазинға өҫтәп, тағы кулинария цехын асҡандар. Шулай уҡ кондитер, иттән котлет, билмән яһау яйға һалынған. Ҡулдан эшләнгән билмән бик тиҙ таралып бөтә. Бар аҙыҡ бер ниндәй ҡушымтаһыҙ таҙа иттән яһала. Әйтәйек, билмәндең килограмы 150-160 һум тора. Сусҡа ите ҡушылмай, йомшартыу, бер аҙ осһоҙлатыу маҡсатында һыйыр малыныҡына тауыҡтыҡы өҫтәлә.
Халыҡтан тәү сиратта картуф йыйыла. Көндәр йылы торған саҡта Өфөгә йәрминкәгә лә алып барғандар. Бынан тыш, йәшелсә һаҡлағыс баҙҙарына 300 центнерға яҡын бәрәңге үҙҙәренең кафе, ашханалары өсөн һаҡлауға ҡуйылған. Шулай уҡ 250 центнер башҡа төр йәшелсә һалынған. Итте лә башлыса үҙҙәренең цехтары өсөн йыялар.
– Беҙҙе мал һуйыу цехтары тураһындағы закон борсоуға һала, — ти ҡулланыусылар советы рәйесе Гөлфиҙә Хәмәтйәнова. — Бынан бигерәк тә халыҡ зыян күрә. Беҙҙең өсөн дә ҡулай түгел, сөнки өсөнсө аралашсы барлыҡҡа килә, тимәк, был үҙенән-үҙе хаҡ артыуына килтерә. Шунан һуң, әле йәш үгеҙ-тана ите һатып алабыҙ. Иттең сифаты сығарылған продукцияныҡына йоғонто яһай. Ә һуйыу цехтарында барыһы бергә ҡушыла. Былай иһә, бер баш кәрәкһә, алдан яҙылған кешеләргә сират буйынса шылтыратабыҙ. Туранан-тура өҫтәлгә килтереп һалмайҙар бит, ә малын салып, эшкәртеп, ветеринария станцияһы аша үткәреп килтерәләр.
Белеүебеҙсә, мал салыу, эшкәртеү цехтары тураһында ҡарар тәүҙә йыл башынан үҙ көсөнә инергә тейеш ине. Һуңынан майға ҡалдырҙылар. Документ, белешмәләр ойошмаларға ебәрелде. Шулай ҙа Яңы йылға тиклем тағы кисектереп торҙолар. Халыҡ унан һуң да ҡарарҙың тормошҡа ашмаҫына өмөтләнеп йәшәй. Үҙ малын һатыр өсөн кеше әлегәсә лә ауыл Советынан, ветеринарҙан белешмә ҡағыҙҙары юллап, баҙарҙа йәнә иткә тикшеренеү үтергә, келәймә һуҡтырырға тейеш ине. Хәҙер иһә малды салдырыу, өҫтәмә анализ өсөн райондарҙа асыласаҡ берҙән-бер цехҡа алып барырға кәрәк буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләйбеҙме-юҡмы, шулай итәсәктәр, сөнки Таможня союзына ингәндәге талаптарҙың береһе — ошо.
– Картуфтан тыш, беҙ ҡыҙыл сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡ, һуған һатып алабыҙ. Бөгөн 250 центнерға яҡыны һаҡлауға ҡуйылды. Йөн әҙерләү менән дә шөғөлләнәбеҙ, — ти Гөлфиҙә Ғәли ҡыҙы. — Уныһы 40 центнер йыйылған, тик тапшырыуы, ай-һай, ауырға төшә. Беҙ күберәк тә йыйыр инек, ләкин Башҡортостанда йөн эшкәртеү цехы юҡ. Элек Туймазыла комбинат бар ине... Әле Екатеринбургта кемдер эшләй, унда илтеп була, ләкин аҡсаһын ике ай эсендә генә ҡайтарып бирәсәктәр. Аныҡ ваҡыты билдәле түгел... Бөгөн быйма баҫыр өсөн йөндө Татарстандан килеп алалар. Ҡариҙел районында баҫа башланылар, тик уларға сеймал аҙыраҡ кәрәк...
Әҙерләү контораһы булмаһа ла, район ҡулланыусылар йәмғиәте һарыҡ менән һыйыр малы тиреһен йыйыуҙы ла ойошторған. Әйткәндәй, һарыҡ тиреһен йөнө һымаҡ бик алып бармайҙар. Әлегә ҙур ауырлыҡ менән һыйыр малыныҡын ғына тапшырып була, тик уныһы ла ҡайһы бер йылда үтеп бармай. Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: тирене ҡайҙалыр ҡабул итһәләр, кем етте шул йыйыу менән шөғөлләнә башлай, тапшырыр урын булмаһа, был эш тағы ҡулланыусылар йәмғиәтенә тороп ҡала. Ә бит тире йыйыу эше махсус ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәүҙе талап итә. Осраҡлы кешеләрҙең сеймалды һаҡлау урындары булмай. Быларҙың барыһы ла ауыл еренән ситтә йыйылырға тейеш. Юғиһә үҙ белдеге менән тотоноусылар йыш ҡына санитария ҡағиҙәләрен боҙа.
Ҡулланыусылар йәмғиәте быйыл халыҡтан 50 центнер макулатура, 40 центнер быяла ватығы, 4 центнер пластмасса шешә, 4060 килограмм дарыу үләне, 125 мең дана йомортҡа һатып алған.
– Һәр йүнәлештә эшләргә тырышабыҙ, — ти Гөлфиҙә Хәмәтйәнова. — Бал да йыйыр инек — тапшырыр урын юҡ. Ә бит хәҙер умарта тотоусылар күп. Ғөмүмән, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ике яҡҡа ла файҙаға булыр ине...