Кешелекте дауалайҙар30.12.2014
Кешелекте дауалайҙар Табип – кешене, мал табибы кешелекте дауалай, тиҙәр. Яңауыл яҡтарында булғанда был хәҡиҡәткә тағы бер инандыҡ. Ветеринария станцияһы коллективы, көн-төн тимәй, яуаплы бурысын лайыҡлы башҡара. Шулай булмаһа, улар тиҫтәләгән ауылды, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын хеҙмәтләндереп, 20 меңдән ашыу баш малды ҡарап өлгөрөр инеме ни?!


Хәйер, был осраҡта ветеринария хеҙ­мәтен “барҙы”, “ҡараны”, “дауаланы” кеүе­герәк сик менән билдәләү дөрөҫ үк булмаҫ. Ветеринар — тәү сиратта мал-тыуар һәм кеше ғүмере ѳөсөн хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы көрәш алып барған һөнәр эйәһе. Ундайҙар рәтенә Себер язваһы, туберкулез, бруцеллез, ҡотороу, сальмонеллез кеүек сирҙәр инә. Уларҙы иҫкәртеү ѳөсөн ферма малдарына ғына түгел, шәхси хужалыҡта аҫралғандарына ла прививка яһала. Ә инде берәй йоғошло ауырыу табыла ҡалһа, ветеринария уставында яҙылғанса, мал табибы яҡын-тирәләге бөтә медицина һәм ветеринария, шулай уҡ эске эштәр бүлектәренә ашығыс хәбәр итергә бурыслы. Ҡыҫҡаһы, ветеринар һөнәре — хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ шөғөл.
Дөрөҫ, элегерәк был тармаҡ белгестәре махсус әҙерләнмәгән. Ауылдарҙа күберәк өйрәнсектәр, мал яратҡандар йөрөгән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында колхоз-совхоздар ойошторола башлағас, ауыл хужалығы тармағын махсус белемле кадрҙар менән тәьмин итеү ихтыяжы тыуа. 1930 йылдың июлендә ѲӨфөлә Башҡортостан ауыл ху­жа­лы­ғы институты ойошторола, ә 1934 йылда унда ветеринария факультеты асыла. Яңауыл ветеринария станцияһы хеҙ­мәт­кәрҙәре лә — башлыса ошо уҡыу йортон тамамлаған юғары квалификациялы белгестәр.
— Беҙҙең төп бурыс – йоғош­ло һәм башҡа сирҙең таралыуына сик ҡуйыу, малсылыҡ һәм үҫемлекселек про­дук­ция­һының ветеринария-санитария йәһәтенән хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ дөйөм ауырыуҙарҙан халыҡты һаҡлау, – ти Яңауыл ветеринария станцияһы директоры Илвер Вилданов. — Беҙҙең хеҙмәт сирҙәр тыуыу ихтималы булғанда уны бөтөрөргә һәр ваҡыт әҙер. Бының өсөн, республика программаларына ярашлы, район биләмәһенә сирҙәрҙең үтеп инеүен һәм таралыуын булдырмау буйынса комплекслы программалар раҫланды. Ветеринария станцияһы ҡарамағында оператив төркөм эшләй, улар шәхси һаҡлау саралары, еңел һәм махсус автомобиль менән тулыһынса тәьмин ителде. Кәрәкле кимәлдә дезинфекциялау материалдары бар. Төркөм тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә инфекция сығанағы урынына барырға һәм уны юҡ итеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙер. Ветеринария хеҙмәтенә һы­йырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу бурысы ла йөкмәтелгән.
Илвер Әлфис улының фекеренсә, ветеринария хеҙмәте алдына ҡуйылған бурыс­тар үтәрлек. Заман менән бергә атлау өсөн яңы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә һәм уны эштә ҡулланырға, диагностикалау һәм иҫкәртеү буйынса заманса ҡорамалдар һәм прибор­ҙар ҡулланып, алдынғы алымдарҙы фай­ҙаланырға ғына кәрәк. Был йәһәттән иһә яңауылдарға зарланаһы түгел. Лабораториялар, участкалар, дауалау учреждениеһы, ветаптека заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Әйткәндәй, был осраҡта лаборатория эшенә айырым туҡталғы килә, сөнки аныҡ һәм ваҡытында үткәрелгән тикше­ренеүһеҙ дәүләт ветеринария хеҙмәтенең эшмәкәрлегендә алға китеш булмаҫ ине. Бигерәк тә магазин кәштәләрендәге аҙыҡтың ҡайҙан килтерелгәнен аныҡ ҡына әйтеп булмаған заманда һөт, ит ризыҡтарының сифаты айырыуса мөһим.
— Ветеринар һөнәре перспективалы. Әлбиттә, күп белгестәр ҡала ерен һайлай. Хәҙер бит тоҡомло эт, бесәй, ҡош тотоу модала. Шулай ҙа, иманым камил, ергә ерегеп үҫкән, хайуандарҙы яратҡан мал табибы бер нәмәгә ҡарамай һөнәренә тоғро ҡаласаҡ, — ти Илвер Вилданов.


Вернуться назад