Табын муллығын ҡайғырталар30.12.2014
Табын  муллығын  ҡайғырталар “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте — тармаҡта алдынғы предприятиеларҙың береһе. Ул эске сауҙаны үҫтереүгә һәм уның социаль әһәмиәтен күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һала. 2014 йылда йәмғиәттең дөйөм эшмәкәрлегенән керем 170 миллион һум тәшкил итте.

Үткән йылға ҡарата 100,6 процентлыҡ үҫешкә өлгәшкәндәр. Ә дөйөм туҡланыу буйынса күрһәткестәре 11,9 процентҡа артҡан. Был йүнәлештә мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороуға өҫтөнлөк бирелә. Әлеге ваҡытта йәмғиәт Мәләүез ҡалаһындағы ун мәктәптә уҡыусыларҙың туҡланыуын үҙ яуаплылығына алған. Һигеҙ белем усағында буфет эшләй. Барлыҡ мәктәп ашханаларында ла балалар өсөн икмәк-ҡалас, кондитер һәм кулинария ризыҡтары әҙерләү ойошторолған. Уҡыусыларҙың табынына аш-һыу районда етештерелгән экологик яҡтан таҙа ит, һөт, йәшелсәләрҙән генә бешерелә.
Әйткәндәй, 2013 йылғы һәм 2014 йылдың туғыҙ айы күрһәткестәре буйынса райондың ҡулланыусылар йәмғиәте дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу йәһәтенән “Башпотребсоюз” күләмендәге республика бәйгеһендә беренселекте яулаған.
Табын  муллығын  ҡайғырталарЙәмғиәт, нигеҙҙә, үҙе етештергәнде һата. Продукцияның сифатын күтәреү һәм ассортиментын байытыу саралары күрелә. Мәҫәлән, быйыл икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары етештереү цехын реконструкциялап, заманса технологик йыһаздар урынлаштырғандар. Лизинг хаҡын өлөшләтә ҡапларға район хакимиәте лә булышлыҡ иткән. Ғөмүмән, йәмғиәт үҙ эшмәкәрлегендә район хакимиәтенең даими ярҙамын тоя.
Яңы цехтың етештереү ҡеүәте сменаһына ун тоннаға иҫәпләнгән. Сауҙа нөктәләренә тиҫтәгә яҡын икмәк-ҡалас, егерме төрҙәге кондитер ризыҡтары оҙатыла. Быйыл, үткән йыл менән сағыштырғанда, 10 тоннаға күберәк икмәк етештерелгән. Продукцияның сифатын яҡшыртыуҙа икмәкхана мөдире Ольга Чингина, икмәк бешереүселәр Елена Горшенина, Лиля Йәнһөйәрова, кондитерҙар Эльвира Миңлейәрова һәм Марина Калабугина тырышлыҡ күрһәтә.
Йәмғиәт сауҙа селтәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә һәм етди сығымдар йүнәлтә. Үҙҙәренең утыҙҙан ашыу магазины эшләй, уларҙың егерменән күберәге ауылдарҙа урынлашҡан. Магазиндарҙың матди-техник базаһы нығый, эш шарттары һәм хеҙмәтләндереү культураһы күтәрелә. Был маҡсатта сауҙа селтәрендәге эште автоматлаштырыуҙы теүәлләп киләләр.
Сауҙа, етештереү һәм эшкәртеү менән бер рәттән, әҙерләү өлкәһендә лә һөҙөмтәле эшләйҙәр. Урындарҙа малсылыҡ продукцияһын, йәшелсә-емеш, дарыу үләндәре, икенсел сеймал йыйыу яйға һалынған. Быйыл ғына фермер хужалыҡтарынан һәм халыҡтан 8 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы һатып алынған. Тимәк, ауыл халҡының керемен шул ҡәҙәре арттырыуға булышлыҡ иткәндәр.
– Хеҙмәтебеҙ халыҡҡа ла, ҡулланыусылар йәмғиәтенә лә файҙалы булһын тип тырышабыҙ. Иң мөһиме — үҙ районыбыҙ халҡы һәм ауыл хужалығы эшсәндәре етештергән, эшкәрткән юғары сифатлы продукцияны сауҙаға сығарабыҙ. Халыҡ етештергәнде халыҡҡа еткерәбеҙ. Бөгөнгө социаль-иҡтисади шарттарҙа был, минеңсә, айырыуса әһәмиәтле, — тип һөйләй йәмғиәттең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Илгиз Фәйзуллин.
Әйткәндәй, Илгиз Ғәбделислам улы тотош ғүмерен сауҙа һәм кооперация хеҙмәтенә бағышлаған. Тармаҡтағы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй кимәлендәге наградалары ла бар уның. Әлеге коллективҡа ун йыл етәкселек итә. Ошо дәүерҙә йәмғиәттең эшмәкәрлеген заман талап иткән юғарылыҡта ойоштороуға өлгәшкән.






Вернуться назад