Ҡотҡарыусылар уяу30.12.2014
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы Яңы йыл каникулы осоронда көсөргәнешле режимда эшләй.

– Статистикаға ярашлы, ғинуарҙың тәүге декадаһында янғындар һаны — икеләтә, кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары өсләтә арта. Ял иткәндә халыҡ иғтибарын, уяулығын юғалта. Эскән килеш, тәмәкене һүндермәйенсә йоҡлап китеү, йорттарҙа, мунсаларҙа мейестәрҙең ҡыҙыуы, гирляндаларҙы күпләп яндырыу янғын сығыуға килтерә. Шуға күрә байрам көндәрендә хеҙмәткәрҙәребеҙ әүҙем эшләйәсәк, — тине идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Марат Латипов.
Уның әйтеүенсә, әле ял итеү, балалар тантаналарын үткәреү, пиротехника һатыу урындары тикшерелгән, асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, пиротехника һатыусылар өсөн күнекмәләр уҙғарылған.
– Учреждениеларға штраф һалыу, сауҙаны тыйыу түгел маҡсатыбыҙ. Беҙ именлекте тәьмин итергә тейеш, — тине ведомство етәксеһе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәренең тәҡдименә ярашлы, ҡала хакимиәте пиротехника атыу өсөн 17 махсус урын булдырҙы.



Вернуться назад