Үҙ өйөңдәге хәлде күршеңдән һорама...30.12.2014
Быйыл Бөтә донъя банкының республикала урындағы башланғыстарға ярҙам проектын тормошҡа ашырыу уңышлы үткән. Хөкүмәт йортонда Көньяҡ Урал райондарындағы ошо эксперименттың тәүге йомғаҡтары хаҡында һүҙ барҙы.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин:
– Был проектта Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондарынан 108 ауыл биләмәһе ҡатнашты, – тине. – Бөтәһе 116 проект тәҡдим ителде, һәр унынсы кеше әүҙем ҡатнашты.
Проекттың төп маҡсаты – урындарҙа борсоған төп проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы халыҡтың үҙенең булышлығында хәл итеү. Барлыҡ ғаризаларҙың 18,1 процентында юлдарҙы, урамдарҙы, 18,1 процентында балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, 12,9 процентында зыяраттарҙы төҙөкләндереү зарурлығы, 8,6 процентында һыу менән тәьмин итеү кәрәклеге белдерелгән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 69 проект хупланған.
Евгений Маврин әйтеүенсә, урындағы башлан­ғыстарға ярҙам йөҙөнән республика 59,5 миллион һум аҡса бүлгән. Муниципалитеттар, урындағы бюджет, бағыусылар ҙа ярайһы уҡ тос өлөш индергән.
Проект киләһе йылда ла дауам итәсәк. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 60 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.




Вернуться назад