Сәнғәт оҫтаһына — юғары баһа30.12.2014
Мәскәүҙә Халыҡ-ара Станиславский премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов “Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында ошо премияға лайыҡ булды.

Награданы танылған йәш актер Данила Козловский ҙа алды. Йәмғеһе 12 сәнғәт оҫтаһы 11 номинацияла бүләкләнде. Улар араһында Бөйөк Британиянан ике режиссер ҙа бар.
Лауреаттарға арналған йыйынтыҡта билдәләнеүенсә, Олег Хановҡа премия һуңғы йылдарҙағы ролдәре өсөн тапшырылған. Награда төбәк артисына тәүге тапҡыр бирелеүе менән айырыуса ҡиммәт. Танылған сәнғәт оҫтаһы рәхмәт һүҙен башҡортса әйтте. Уның ихлас телмәрен барыһы ла тәржемәсеһеҙ ҙә аңланы.





Вернуться назад