Шәйехзада Бабич... Был исемде телгә алыу менән, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, исеме өс тапҡыр тыйылып, кире ҡайтарылған, башҡорт милләтенең тарихына ҡанлы күҙ йәше булып тамған, 24 йыллыҡ ғүмерендә быуаттарға яңғырар ижад ҡалдырған һәм дәүләти эшмәкәрлек алып барған шағирҙың беҙ фотоларҙа күреп өйрәнгән ҡаурыйҙай һыны күҙ алдына баҫа. Башҡорт Хөкүмәтен ойоштороусыларҙың береһе, “Тулҡын” башҡорт йәштәре ойошмаһы етәксеһе булған Бабичтың ижады балҡышы, донъяуи сиктәрҙән ашыуы, шәхесенең үҙенсәлеге күптәрҙе уйға һала. “Ғазазил” поэмаһын ғына алып ҡарағанда ла, йәш ижадсының даһилығы, әле булһа уҡып та, тойоп, аңлап бөтә алмаҫлыҡ ижад офоҡтары тойомлана. Ни хаҡында һөйләй беҙгә Шәйехзада шағир был әҫәре менән? Совет осороноң ҡатмарлы йылдары һүрәтләнәме? Әллә кешелек донъяһына Күктәр бейеклегенән бағыумы был? Иҫкәртеүме? Әллә ижади шаярыумы? Нисек кенә булмаһын, донъяның иң бөйөк әҫәрҙәре менән бер исемлектә торорлоҡ, хыял менән аҡыл сиктәренән ашҡан был ижад емеше һүҙ сәнғәтен юғары баһалағандарҙың береһен дә битараф ҡалдырмаҫ!
Яңыраҡ шағирҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса I асыҡ республика конкурсын үткәрҙе. Сараның беренсе туры “Бәйләнештә” социаль селтәрендә барҙы. Ижади бәйгелә республиканың район-ҡала мәктәптәре генә түгел, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.
Шиғырҙар башҡорт, рус, татар телдәрендә ятланды. Хәҙер еңеүселәрҙе лә иғлан итер мәл етте. Мәртәбәле баһалама ағзалары шиғыр һөйләүселәрҙе Өфөләге Ғ. Ғиләжев исемендәге Уҡыу театрына йыйып, күҙгә-күҙ осрашты. Һәр кем шиғырҙарҙы еренә еткереп, ҙур оҫталыҡ менән уҡырға тырышты. Шулай итеп, еңеүселәр:
I – IV класс уҡыусылары араһында 1-се урынды – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының III класс уҡыусыһы Алмас Таһиров, Мәләүез районындағы Иштуған ауылы башланғыс мәктәбенең II класс уҡыусыһы Эльза Үмәрғәлина, V – VII класс уҡыусылары араһында 1-се урынды – Белорет районындағы Йөйәк урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Айзилә Искәндәрова, VIII – XI класс уҡыусылары араһында 1-се урынды Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының VIII класс уҡыусыһы Баййегет Мөхәрләмов менән Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының X класс уҡыусыһы Лиана Илекәева алды.
Төркөмдәр араһында кемделер айырым билдәләүе лә ауыр ине, сөнки З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары “Ғазазил” поэмаһынан тыуҙырған сәхнә әҫәре (режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева), шулай уҡ Стәрлетамаҡтың мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары тәҡдим иткән “Ғазазил” шиғри композицияһы (режиссеры – Зиннур Сөләймәнов) берсә тетрәндерҙе, берсә уйға һалды. Был – “Ғазазил”! Был – йәштәр ижады! Иҫ киткес булды сығыштар! Ә инде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының сығышы саялығы, ҡыйыулығы менән әсир итте.
Баһалама ағзалары Ләйлә Ноғоманованы (6 йәш), шулай уҡ Силәбе өлкәһендәге Сосновка районының Трубный ауылынан Марат Дауытовты, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се мәктәбенән Данил Йомағужинды, Дүртөйлө районының Түбәнге Маншыр урта мәктәбенән Данил Мусинды айырым билдәләп үтте. Ейәнсура районының Абзан урта дөйөм биреү мәктәбенең X класс уҡыусыһы Ләйсән Уразова З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Ә Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX класс уҡыусыһы Гөлйөҙөм Тимербулатова, “Башҡортостан” шиғырын бик тәьҫирле итеп уҡыған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Денис Ғилманов, Айбулат Сәсәнбаев, Инсаф Хужабиргәнов “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге эйәһе булды.
250-гә яҡын видеояҙма килгәйне конкурсҡа. Әлбиттә, еңеүселәрҙе һайлап алыуы еңел булманы, шулай ҙа сарала ҡатнашҡан һәр уҡыусыны, бәләкәстәрҙе, Бабич рухында яныуҙары өсөн рәхмәт еткереп, ижади бәйгелә ҡатнашыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Уларҙы был сараға әҙерләгән уҡытыусыларына, ата-әсәләренә – афарин!
Бынан тыш, “Арҡаҙаш” проекты сиктәрендә Шәйехзада Бабичтың һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың бергә сығыш яһауы иҫтәлегенә сәнғәт академияһының Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында шиғриәт һәм йыр-моң кисәһе лә үтте. Унда шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында уңышлы сығыш яһаған ҡыҙҙар һәм егеттәр, артистар Руслан Хайсаров, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Асия Шахмина, Ғәлиә Вахитова, Илгиз Миңләхмәтов, Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәновтар ҡатнашты. Йырсылар Гөлшат Ғифранова, Иҙел Аралбаев, Әлиә Хәзиева, Аида Мәзитова кисәне моңло ауазы менән биҙәне. Быларҙың барыһы ла бөйөк шағирҙың яҡты иҫтәлегенә ижади гөлләмә булып ятты.
Был сара – шағирҙың юбилейы уңайынан ойошторолғандарынан тәүгеһе. Йыл башынан Мишкә, Дүртөйлө, Йылайыр райондарында, баш ҡалабыҙ Өфөлә Бабичтың рухиәтебеҙҙәге урыны хаҡында фекерҙәр әйтелер, шиғырҙары яттан һөйләнер! Ә шағир, әйтерһең, мин һеҙгә үҙем танып белгән донъя хаҡындағы ярһыуымды, һыҙланыуҙарымды яҙҙым, ҡалған йомаҡтарҙы үҙегеҙ сисегеҙ, тип әйтеп йылмаялыр кеүек Күктән! И, даһи!..