Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлерәк булһын30.12.2014
Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Халыҡ фронты – Рәсәй өсөн” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Азат Фазлыев һәм башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Барыкин менән осрашты.

Һөйләшеү барышында штабтың быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, йәмәғәт хәрәкәтенең мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмғиәт менән власть араһындағы бәйләнеше һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.
– Беҙ башлыса ауылдағы хәл-торош, кооперацияны үҫтереү, дәүләт ярҙамы йүнәлештәре тураһында һөйләштек. Бөгөн фермерҙар етештергән тауарҙы һатыуға йүнәлтелгән инфраструктураны үҫтереү зарур. Дәүләт ярҙамын да ошо тармаҡҡа йүнәлтеү мөһим, сөнки ҡайһы бер фермерҙар тауарын етештерә лә уны ҡайҙа һәм нисек һатырға белмәй аҙаплана. Дәүләттең төп бурысы – ярҙамға мохтаждарға айырым шарттар булдырыу. Шул саҡта байтаҡ мәсьәлә хәл ителәсәк, – тип белдерҙе Азат Фазлыев.
“Халыҡ фронты – Рәсәй өсөн” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе, эксперттарҙы йәлеп итеп, Башҡортостан Хөкүмәтенә тиҙҙән аныҡ тәҡдимдәр әҙерләйәсәк. Был дәүләт ярҙамын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк итеү өсөн эшләнә.



Вернуться назад