Һөнәрлене халыҡ һөйә30.12.2014
Өфө йылдан-йыл күркәмләнә, заманса төҫ ала. Һуңғы осорға ғына күҙ һалғанда, Октябрь проспекты Дан бульвары менән киҫешкән ерҙә төҙөлә башлаған яңы йорт баш ҡаланы тағы ла ҡупшылатып, олпатландырып ебәрмәксе. “42 ҡатлы был бина Волга буйы федераль округында иң бейеге буласаҡ, – ти “Жилстройинвест” йәмғиәтенең генераль директоры Рәбис Сәлихов. – Унда йәшәүселәр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ”.
Рәбис Сәлих улының баш ҡала халҡын авария хәлендәге өйҙәренән яңыларға күсереүҙә лә өлөшө ҙур тип иҫәпләп, “Республика Башкортостан” гәзите уны “Йыл кешеһе” тип билдәләне. Баҫманың ошондай юғары баһаһына барлығы 11 кеше лайыҡ булды. “Йыл кешеләре” менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов та осрашып, уларҙы уңыштары менән ҡотланы, йәнле әңгәмә ойошторҙо.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: төҙөүсе, иҡтисадсы, табип, тренер, музыкант, рәссам-дизайнер... Уларҙы үҙ хеҙмәтен мөкиббән яратыу тойғоһо берләштерә. Был һөнәр оҫталары, коллективында ҙур абруй яулау менән бер рәттән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, республиканың, илдең иҡтисади, социаль үҫешенә тос өлөш индерә. Мәҫәлән, Спорттың паралимпия төрҙәре буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Әмир Ғүмәров – тиҫтәләрсә чемпион үҫтергән шәхес. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында билдәле спортсы Ирек Зарипов та бар.
– Һеҙ кешеләрҙе рухи яҡтан да үҫтерәһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов Әмир Әбүбәкер улына. – Ҡул аҫтығыҙҙа тәрбиәләнгән спортсылар чемпион булыу өҫтөнә тормошта башҡа лайыҡлы урынын да таба. Әйтәйек, Ирек Зарипов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уңышлы эшләп йөрөй, бик инициативалы егет.
Ғөмүмән, “Йыл кешеһе” тип баһаланған замандаштарыбыҙ – башҡаларға ҙур өлгө. Рөстәм Зәки улы уларға тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, һәр кеше үҙ урынында шулай намыҫлы эшләһә, дөйөм үҫешкә тос өлөш индерәсәк, тип билдәләне.