Хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде30.12.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов менән осрашты.

Сарала артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен, шул иҫәптән газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр етештереү буйынса берлектәге предприятие асыу, Өфө дәүләт нефть техник университетын “Газпром” йәмғиәтенең терәк вуздары иҫәбенә индереү, 2016 йылда Өфөлә компания хеҙмәткәрҙәренең Ҡышҡы спартакиадаһын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.



Вернуться назад