Ҡоштар – тағараҡлы, урман – шыршылы30.12.2014
Беҙҙең төбәктә “Тағараҡ” һәм “Йәшә, шыршы!” тигән акциялар ойошторолдо. Уларҙа уҡыусылар менән бергә өлкәндәр ҙә ҡатнаша.

Тәүге акцияның маҡсаты – үҙенсә­лек­ле таға­раҡ­ты ағасҡа элеп ҡуйып, унда ҡошсоҡтарҙы ҡыш буйына һәйбәт итеп ашатыу. Ошо хаҡта бәйән ителгән яҙма киләһе йылдың 15 апреленә ҡәҙәр Белорет районы, Рәүәт ауылы, “Көнь­яҡ Урал” ҡур­сау­лығы тигән адрес буйынса, йә иһә [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.
“Йәшә, шыршы!” акцияһы йылдағыса йә­шел ҡупшыҡайҙарҙы һаҡлауға йүнәл­телгән. Балалар тәбиғәтте ҡурсалауға арналған һү­рәттәр эшләп, йәнле хикәйә­ләр яҙып ярыша. Ижад емештәре үрҙә әйтелгән адрестар буйынса йыл да 31 декабргә тиклем ҡабул ителә.




Вернуться назад