Бурысҡа батмайым тиһәң!04.02.2012
Ул ике-өс көн элек кенә эш хаҡы алды. Ә бөгөн, ҡана шунса һум биреп тор әле, тип һоранып та йөрөй. Был күренеш һеҙгә танышмы? Әлбиттә! Кемдер самалы ғына аҡсаһын да барыһына еткерә, ә ҡайһы берәүҙәр, уларҙан әллә күпме артығыраҡ алып та, бурыстан сыҡмай. Ә аҡсаһыҙлыҡтың гел генә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереүе ихтимал.
Бурысҡа батмаҫ өсөн ни эшләргә?
1. Эш хаҡын йәки пенсияны алғас, иң тәүҙә фатир өсөн түләп ҡуйығыҙ.
2. Ҡалған аҡсағыҙҙы дүрткә бүлегеҙ. Һәр аҙна киткән сығым әлеге аҡсаның дүрттән беренән артмаһын.
3. Магазинға, баҙарға ас ҡарын менән сыҡмағыҙ: ашханала йәки кафела туҡланыу аҡсаны һура.
4. Ярымәҙер аҙыҡ-түлек менән мауыҡмағыҙ — үҙе ҡыйбат, үҙе туҡлыҡһыҙ.
5. Магазинға барыр алдынан исемлек төҙөгөҙ. Аҡсағыҙҙы ла шуның буйынса самалап ҡына тотоғоҙ.
6. Икмәк ҡалған осраҡта ваҡлап турап, духовкала киптереп ҡуйығыҙ.
7. Магазинға бала-саға менән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Һатыусылар һеҙ бөтөнләй алырға йыйынмаған уйынсыҡты, тәмле-татлыны балағыҙға көсләп тиерлек тағасаҡ. Ул мыжый башлаһа — бөттө баш!
8. Барлыҡ аҡсағыҙҙы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ. Һатыусыларҙың таҫма теленә ышанып, бөтөнләй кәрәкмәгән әйбер алып ҡайтыуығыҙ бар.
9. Кәрәкле әйберҙе һатып алыр алдынан бер нисә магазинға инеп, хаҡтарын сағыштырып ҡарағыҙ, берүк алданып ҡуймағыҙ.
10. Кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә магазиндар буйлап күп йөрөмәгеҙ. Күҙегеҙгә ни булһа ла күренәсәк һәм һуңғы аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.


Вернуться назад