Төп ҡунаҡ – түрҙә30.12.2014
Яңы йыл – иң һағындырған,
Иң яратҡан байрамым.
Йомарт, алсаҡ Ҡыш бабайҙы
Һәр саҡ көтөп аламын.

Төп ҡунағыбыҙ – түрҙә,
Ул йәшел шыршы булыр.
Энәһенә уйынсыҡтар,
Сынйырҙар менеп ҡуныр.

Уны уратып, балалар
Йырлар һәм бейеп китер.
Күңелдә оҙаҡ һаҡланыр
Йылы, изге теләктәр.

Ғайсар ҠАНСУРИН,
Байыш мәктәбе уҡыусыһы.










Баймаҡ районы,
Билал мәктәбе

Тышта ҡар яуған!

Ура! Тышта ҡар яуған!
Урамға сыҡты Марат.
Йондоҙҙай балҡыған ергә
Торҙо һоҡланып ҡарап.

Ҡар күплегенә ҡыуанып,
Алды быймаһын кейеп.
Яңы саңғыһына баҫып,
Бейектән төштө эйеп.

Азат ХАЖИЕВ,
II класс уҡыусыһы.


Ирене лә
юҡ булды...


Ябалаҡлап ҡар яуғас,
Уйынға беҙ сығабыҙ.
Йүгерә-йүгерә арып киткәс,
Ял да итеп алабыҙ.

Усҡа төшкән ҡар бөртөгө,
Эй, оҡшаған ҡуянға!
Һоҡланып ҡарап торғансы,
Иреп юҡ булды ҡулда.

Айгүзәл КИНЙӘБУЛАТОВА,
IV класс уҡыусыһы.










Нефтекама ҡалаһы

Ҡыш бабайҙың һүрәттәре оҡшай

Ҡыш етте. Көндәр ҡыҫҡарҙы, төндәр оҙонайҙы. Күңелле лә, бер аҙ һағышлы ла...
Был миҙгелдә урмандағы йәнлектәргә, ҡоштарға ауырыраҡ. Улар өшөй һәм асыға. Йылы өңөндә йоҡлағанлыҡтан, айыуға, бурһыҡҡа, терпегә еңелерәк.
Ер өҫтө ап-аҡ. Ҡар күп икән, икмәк тә уңасаҡ. Ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, ағастар йоҡоға талған.
Ҡыш Яңы йыл менән айырыуса ҡыуандыра. Был байрамды яратам, гел көтөп алам. Ҡыш бабайҙың тәҙрәгә төшөргән һүрәттәре миңә ныҡ оҡшай.

Рөстәм МУЛЛАҠАЕВ,
башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.








Борай районы

Бер-беребеҙгә терәкбеҙ

Икебеҙ ҙә бер тигеҙбеҙ –
Беҙ бит, дуҫтар, бер туған!
Зөлфиә менән Гөлфиә беҙ,
Йәмле ерҙән – Борайҙан.

Игеҙәк булғас үҙебеҙ,
Уртаҡ уңыштарыбыҙ.
Айырылмабыҙ, бер-беребеҙгә
Һәр саҡ терәк булырбыҙ.

Зөлфиә һәм Гөлфиә СӘЙЕТОВАЛАР,
Борай балалар ижад йортоноң йәш хәбәрселәре.








Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Беҙҙең Талбазы ауылында бөйөк шағир Рәшит Назаровтың 70 йыллығы айҡанлы шиғыр һөйләү конкурсы булды. Ярыштың тәүге турында бер туған һеңлем Зинираның хеҙмәте баһаланһа, икенсеһендә мин еңеү яуланым. Үҙем яҙған шиғырҙы һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Йөрәгеңә мансып яҙғанһың...

Халҡың өсөн әйтер һүҙҙәреңде
Йөрәгеңә мансып яҙғанһың,
Ер менән күк арауыҡтарын
Атылған йондоҙҙай уҙғанһың.

Йөрәгеңде устарыңа һалып,
Дуҫтарыңа бүләк иткәнһең.
Яҙмыш һынауҙарын аша уҙып,
Киләсәккә барып еткәнһең.

Ижад миҙгелдәрең мәңге йәшәр –
Таң ҡалдырҙың барлыҡ ғаләмде.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына мин дә хәҙер
Талпындырам ҡаурый ҡәләмде.

Рузилә ҠЫҘРАСОВА.










Вернуться назад