“Сың-сың сыңлайҙар, Беҙ еңдек тип йырлайҙар”30.12.2014
“Сың-сың сыңлайҙар, Беҙ еңдек тип йырлайҙар” – Ҡәҙерле балалар! Һеҙ үтеп барған Мәҙәниәт йылына тос өлөш индерҙегеҙ: тырышып уҡыуҙан тыш, “Сулпылар” конкурсында ҡатнашып, яңы йырҙар өйрәндегеҙ. Барығыҙға ла “еңеүсе” тип өндәшәм! – Шундай һүҙҙәр менән тәбрикләне “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина “Сулпылар” телевизион конкурсының гала-концертына һәм бүләкләү тантанаһына йыйылған йәш таланттарҙы.

Еңеүселәрҙе ҡотларға танылған мил­ләттәштәре­беҙ ҙә килгәйне. Араларын­да шашкасы Айнур Шәй­бәков, боксер Хәбир Сөләймәнов, сәнғәт әһелдәре, эш­ҡыуарҙар һәм башҡалар бар ине. Улар кон­курсант­тарға изге теләктәрен еткерҙе, дипломдар, бүләктәр тапшырҙы.
Һөҙөмтә түбәндәгесә: III урынды Ишем­байҙан Аделина Йосопова, Миәкәнән Резеда Арыҫланова, Өфөнән Айгөл Иб­ра­һимова, Туймазынан Дарина ­Миң­ләхмә­това һәм Көйөргәҙенән Илшат Рамазанов бүлешһә, II баҫҡысҡа Ейән­суранан Инйәр Ишмырҙин, Баҡалынан Динис Нуретдинов (ул “Тамашасы һө­йө­үе” призына ла лайыҡ булды), Дәүлә­кәндән Алмас Ғәзизов күтәрелде. I урын­ды иһә Сибайҙан Гөлсиә Мараканова, Әбйәлилдән Әлиә Йәнбирҙина һәм Бла­говарҙан Ләйсән Хәкимова яуланы.
“Сың-сың сыңлайҙар, Беҙ еңдек тип йырлайҙар”Ә төп бүләккә Баймаҡ районының Буранбай ауылынан VI класс уҡыусыһы Ильяс Ҡотоев лайыҡ бул­ды! Баҫҡан ерендә ут сәсеп торған малай кон­курс­тың тәүге турында уҡ башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарып, күптәрҙе һоҡ­ландырғайны. Әсә­һе әйтеүенсә, Иль­яс ике йәш ярымлыҡ сағынан йырлай башлаған. Ауыл сәхнәһендә “Илсе Ғайса”ны баш­ҡарғанын әле лә ғәжәп­ләнеп иҫкә алалар. Ола­таһы менән өләсәһе, атаһы ла йырларға әүәҫ икән. Ильяс тыуған тө­бәгендә уҙғарылған “Ирәндек моң­дары” конкурсында призлы урындар алған, быйыл Республика көнөндә Өфө сәхнә­һендә сығыш яһаған. Буранбай мәктә­бендәге “Еҙ үксә” бейеү ансамблендә лә ихлас шөғөлләнә.
Ә бына конкурста III урынды яулаған Ишембай ҡыҙы Аделина Йосопова йырҙарҙы үҙаллы өйрәнә икән. Тыуған ауылы Иҫке Һәйеттәге башланғыс мәк­тәпте тамамлап, әле уҡыуын күрше Ҡолғонала дауам иткән йәш “йондоҙ” мәртәбәле бәйгелә уңыш ҡаҙаныу мөм­кинлеген биргән “Тамыр”ға ҙур рәхмәтле.




Вернуться назад