Үҙ яҙмышын үҙе ҡойған30.12.2014
Үҙ яҙмышын үҙе ҡойған Илдә һуғыш ҡыҙған бер мәлдә, Сталинград янындағы алыштарҙа батырҙарса һәләк булған Миңғәленең 15 йәшлек кенә улы “Урал” колхозының ферма бригадирына ҡаршы сыға. Көнөнә 14 литр һөт биргән һыйырҙы үҙенең күтәртергә торған һыйырына алыштырған “түрә” быуындары ла нығып бөтмәгән, әммә көслө ихтыярлы йәш баланың талабын үтәргә мәжбүр була. Төндә күмәк хужалыҡ малы ҡураға кире ҡайтарыла.
Ә бит был ваҡиға егеттең үҙе өсөн дә, әсәһе — ете балаһы менән тол ҡалған яугир ҡатыны Сания апайға ла ике осло таяҡҡа бәрәбәр була. Әммә егет үҙ һүҙендә ныҡ тора, артабанғы тормошонда ул ер кешеһе, ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлаған, уларҙың ихтирамын ҡаҙанған етәксегә әүерелә. Һүҙебеҙ – Учалы районының Иманғол ауылында йәшәүсе уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы орденына, илдең ауыл хужалығын үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалға лайыҡ булған Рәшит Миңғәле улы Әхмәтйәнов тураһында.



Һуғыш башланғас, ул башҡа тиҫтерҙәре кеүек эш башлай. Урал ауылынан Рәсүлдә урынлашҡан ауыл Советына көн дә төрлө кәрәкле ҡағыҙҙар, документтар ташый. 1942 йылдың ыжғыр буранлы февраль көнөндә уға башҡа документтар менән бергә өсмөйөшлө бер хат тотторалар. Кәнсәләге апай: “Инәйеңә бирерһең”, – ти. Атаһының үлем хәбәре була ул. Малайҙың йөрәге нисек түҙгәндер: әсәһенә өс ай буйы хатты бирмәй, йәшереп тота. Атайыңдан хат юҡ тигәнгә генә ул әсе хаҡлыҡты асырға мәжбүр була.
Йәшкә лә, кәүҙәгә лә бәләкәй булһа ла, иртә ир ҡорона инә Рәшит. Бар булмышын үҙенән оло апаһын, кесе биш туғанын аяҡҡа баҫтырыу, ғаиләне бөлгөнлөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн һала. Һуғыштан һуң ете класты тамамлай, колхозда иҫәпсе, бригадир була. 1951 йылда 22 йәшлек Рәшитте Иманғол, Рәсүл, Ҡоҙаш, Урал ауылдарын бер­ләштергән “Коммунар” колхозының комсомол ойош­маһы секретары итеп һайлайҙар. Тырышып эшләгән ғәҙел, тоғро йәш етәксене 1964 йылдың майында КПСС-тың Өлкә комитетына саҡыралар. Ойоштороу эштәре бүлеге мөдире Рамаҙан Өмөтбаев уны Белорет районының Калинин исемендәге колхозына рәйес вазифаһына тәҡдим итеүе тураһында белдерә. Эштән ҡурҡмаһа ла, өҫтән төшкән бойороҡто ҡабул итә Рәшит Әхмәтйәнов.
Үҙәге Сермән ауылында урынлашҡан был хужалыҡ ныҡ артта ҡалғандарҙың береһе тип иҫәпләнгән. Бәлки, юғарылағылар йәш етәксене һынап ҡарарға ла теләгән­дер. Ҡуралар емерек, төрлө ауырыуҙарҙан, аслыҡтан мал ҡырыла, техника ватыҡ, сәсеүгә орлоҡ юҡ. Эште дө­рөҫ ойоштороу тураһында һүҙ ҙә бармай. Башҡа хужалыҡ­тарҙан орлоҡ алып, икенсе йылына яҙғы сәсеү эштәрен йырып сығалар. Мал аҙығы әҙерләтеү өсөн бесәнсе­ләр­ҙең утыҙ бригадаһын төҙөй, уларҙы кәрәкле ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек, иң мөһиме – он менән тәьмин итә. Һуғыштан һуң бындай байлыҡты күрмәгән ауыл халҡы тоҡлап ултырған ондоң бер усына ла теймәй. “Ниңә икмәк бешермәйһегеҙ?” – тигәнгә, улар: “Беҙ уның хаҡын нисек түләйек?” – тип яуап бирә. Был яуапта халыҡтың шәхес культы ваҡытынан ҡалған шик-шөбһәһе, тоғролоғо, иман­лы һәм тәр­тип­ле булыуы сағыла. Дөрөҫөрәге, халыҡты ул эшле лә, ашлы ла итә, хеҙмәткә, тормошҡа ҡараш­тарын төбө-тамырынан үҙгәртә. Заманында ул төҙөткән мал ҡуралары, ырҙын табағы, машина-трактор ихатаһы, башҡа биналар күмәк хужалыҡтар тарҡалғансы хеҙмәт итте. Халыҡ та уны яратып, хөрмәт менән иҫкә ала. Шулай булмай һуң, күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев иҫән сағында Рәшит Миңғәле улы менән гел аралашып торҙо, “төпкөлдә ятҡан башҡорт ауылын һин күтәрҙең, юллы иттең, ауылдаштарымдың тормошҡа күҙен астың”, – тип шәхсән рәхмәттәрен уҡыны.
Мәҡәләбеҙ геройының “үҙ һүҙендә ныҡ тора” тигән сифаты тәкәббер үҙһүҙлелек түгел, ә халыҡ мәнфәғәте өсөн беренсе секре­тарҙар алдында ла үҙ фекереңде әйтә белеү һәм иҫбатлау, ҡылған ғәмәлдәр өсөн яуап биреү ине. Ул бер ваҡытта ла иҫкермәй һәм үҙгәрмәй торған был кешелек сифаттарына ғүмере буйына тоғро булды. Алдаманы, урлашманы, ҡул аҫтында эшләгәндәргә аталарса хәстәрлек күрһәтте. Ошо сифаттары уға ҡуйған маҡсаттарына ирешергә ярҙам итте. 1970 йылдан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 20 йыл тыуған Учалы районында “Коммунар” колхозы рәйесе булып эшләне. Ир-уҙаман хәләл ефете Зәкиә Шәрәфетдин ҡыҙы менән ҡорған ғаиләһенән дә уңды. Мөхәббәтле йортта дүрт бала тәрбиәләнеләр. Береһе лә йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ғөмүмән, атайҙарының даны күләгәһендә йәшәмәйҙәр, хәләл көстәре менән үҙ донъяларын ҡорғандар.
Әхмәтйәновтар нәҫеленең исем-шәрифе райондың Урал ауылы тарихына яҙылған. Был ауылдың барлыҡҡа килеүе бик үҙенсәлекле һәм ошо яҡ төбәк халҡына ғына билдәле. Уларҙың тамырҙары хәҙерге Ишембай районы­ның (элекке Маҡар) Йәнырыҫ ауылы менән бәйле. Уҙған быуаттың егерменсе йылдары урталарында был ауыл­дың бер төркөм бөтмөр кешеләре Иҙел башы – Белорет ҡалаһына киптерелгән ҡомалаҡ һатырға килә. Тауарҙары үтмәй, кемдер уларға ҡомалаҡты Троицк һәм башҡа ялан ерҙәре ҡалаларына алып барып һатырға тәҡдим итә. Улар юлда аҙашып Ҡотой ауылында туҡтай. “Әҙәм балаһын тәҡдир йөрөтә” тигән һүҙҙәр дөрөҫкә сыға. Йәнырыҫтар ошо килеүендә үҙҙәренең яҙмышын хәл итеп ҡайта. Ҡотой ауылында Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Харис улы Солтановты осраталар. Хужалыҡ итеү өсөн түбәләҫ тауҙар, киң яландар, ҡуйы үләнле туғайлыҡтар, күлдәр һәм эсәр һыу­ға бай төбәк ылыҡтыра уларҙы. Исмәғил Солтановтың булышлығы менән районда яңы ауылға нигеҙ һалына. Ғафури-Маҡар төбәгенең Йәнырыҫ, Әрмет, Ҡыяулыҡ, Үтәк, Мүскә, Туғай, Яңғыҙҡайын ауылдарынан яңы урынға ике тиҫтәнән ашыу ғаилә күсеп килә. Улар араһында Миңғәле Әхмәтйәнов та була.
Рәшит Миңғәле улы, Иманғолда йәшәһә лә, йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, тыуған Урал ауылына барып әйләнә. Барыһы ла таныш бында уға – Ҡаршы­тауҙың һәр армыты, һәр түбәһе, шул тауҙар аша йәйәү йә һыбай үтер һуҡмаҡтар. Уйҙарҙа ул юлдар әллә ҡайҙа алып китә. Малай килеш кенә тәү тапҡыр ауылдан яңғыҙ сығып киткән мәлдәр, беренсе тапҡыр еңел авто­мобилдә ҡайтҡан саҡтар, кәләше менән етәкләшеп ошо тауҙарға күтәрелгән миҙгел... Шуныһы үкенесле: нигеҙ һалған ауылына атаһы – Башҡорт кавалерия дивизияһы политругы Миңғәле ағай ғына ҡайтып йәшәй алманы, ә ҡалған ваҡиғаларҙың барыһы ла хәтирәләр булып зиһенде яҡтырта. Бала саҡта ҡараңғы төндәрҙә тау артындағы билдәһеҙлек сикә тамырҙарын ҡыҫһа, бөгөн барыһы ла һил һәм тыныс. Тормош дауам итә. Йәш ҡурпы кеүек ейәндәр, бүләләр үҫә.


Вернуться назад