Уймаҡ хикәйә
Сәбилә магазинға инде. Һөт-икмәк алды ла ярмалар ятҡан кәштәгә яҡынлашты. Бәй, дөгөһө лә, тарыһы ла, геркулесы ла бар. Ә бына ҡарабойҙай юҡ! Һатыусылар уға Айҙан төшкән кешегә ҡараған кеүек текәлде. “Күптән юҡ инде ул. Булғанын да бер көн эсендә һыпырып алып бөттөләр. Ҡайһы бер магазиндарға килтергәндәр, килоһы 60—80 һум тора, ти. Эҙләп ҡарағыҙ”, — тинеләр.
Атаҡ-атаҡ, бығаса ҙур ғына һаҡламы булғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, ниндәй революция был? Әҙәм бөтөнләй һанламаған ҡарабойҙайға ни булған? Уныҡылар ҙа яратмай был ярманы. Бутҡа бешерә башлаһа, балалары: “Бөгөн генә мәктәптә бирҙеләр, ялҡытты”, — ти. Ә ире эре генә йөҙ сөйөрә: “Фу-у-у, армияла уҡ ашап туйҙым мин”. Сәбилә үҙе үлеп ярата уны. Файҙаһы күп, тип өйҙәгеләрен дә ҡыҫтап ашата. Үтемлерәк булһын өсөн һимеҙ өйрәк ите менән бергә бешерә. Хатта ике уйларға юл ҡалдырмай: аҙнаның һәр кесе йомаһын “Ҡарабойҙай көнө” тип иғлан итте.
Аптыраған ҡатын урам буйлап китте. Бер ҙур магазин янына барып етеүе булды, муйынына ҙур плакат таҡҡан егетте тап итте. Туҡтап, ундағы яҙыуҙы уҡып ҡуйҙы: “500 һумлыҡ тауар алһағыҙ, бүләккә — ҡарабойҙай!” Сәбилә бот сапты: “Әстәғәфирулла, бына нимәгә килеп еткән донъя!” Хәл юҡ, инеп, биш йөҙлөк тауар алды. Өҫтәп бер ҡап ярма бирҙеләр.
Өйгә ҡайтҡас, ҡатын ярманы алыҫҡараҡ йәшереп ҡуйҙы. Хәҙер дефицит, деликатес ризыҡ бит ул! Ауыҙҙы ҙур асып һоғоноп ултырып булмаҫ бынан һуң. Ә әҙләп кенә, тәмләп кенә...
Бәхеткә, өйҙәгеләр был донъяуи проблеманы һиҙмәне. Ир ҙә, балалар ҙа аҙыҡ-түлек тип баш ҡатырмай. Нимәнең күпме торғанын да белмәй бит улар!
Шулай көн артынан көн үтте. Бер мәл өҫтәл артында өнһөҙ генә ашап ултырған ире: “Әсәһе, ниңә бер ҙә ҡарабойҙай бутҡаһы бешермәйһең әле?” — тип һорап ҡуйҙы. Сәбилә күҙен аҡайтты: “Нимә, һағынып киттегеҙме әллә?!” Ир шып-шым ҡалды.
Өйҙә ҡарабойҙай хаҡында һүҙ онотолдо. Хужабикә лә бер ҡап ярманы ҡайҙа тыҡҡанын онотто, буғай. Бер байрам алдынан ғына иҫенә төшөрҙө.
Кисен байрам табынына йыйылған балалары, ире алдында ҡояштай балҡып: “Рәхим итегеҙ! Беренсегә — һөтлө ҡарабойҙай ашы! Икенсегә — ҡарабойҙай-эремсек билмәне! Ҡабымлыҡҡа — ҡарабойҙай торты!” — тине. Ҡыҙыҡ, барыһы ла ҡабаланып тәрилкәләренә йомолдо.
Ә Сәбилә билдәле көләмәсте хәтеренә төшөрҙө: “Бесәйгә хужаһы ҡарабойҙай бутҡаһы һала. Мыяубикә һауытына килеп кенә ҡарай ҙа, фу-у-у, ҡарабойҙай, тип ашамай кире китә. Иртәгәһенә ашағыһы килеп, тәрилкәһенә йомолһа — тағы шул уҡ аҙыҡ, ти. Был юлы ла йөҙ сөйөрә. Өсөнсө көн асҡаҡһыған бесәй ашаған еренә килә лә, о-о-о, ҡарабойҙай, тип тәрилкәһенә үрелә”.
Балдан туйған тоҙ ҡаба, ти. Ҡатын: “Тә-әк, былар тағы нимә ашарға яратмай әле?” — тигән уйға ҡалды.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.