Тикшереп ҡарайыҡ әле!04.02.2012
Тикшереп ҡарайыҡ әле!Ирҙәр өсөн һорауҙар

1. Бөгөнгө тормошоғоҙҙо үҙгәртергә һәм барыһын да яңынан башларға теләр инегеҙме? Эйе – 10, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 2.
2. Ҡатынығыҙ зауыҡ менән кейенә белмәй тип иҫәпләйһегеҙме? Эйе – 8, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 4.
3. Асыуығыҙҙы ғаилә ағзаларына төшөрәһегеҙме? Эйе – 7, ҡайһы ваҡыт – 3, юҡ – 5.
4. Һәр кистә лә өйҙә булаһығыҙмы? Эйе – 2, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 10.
5. Ҡатынығыҙ ниндәй сәскәне яратыуын беләһегеҙме? Эйе – 4, ҡайһы ваҡыт – 9, юҡ – 10.
6. Буйҙаҡ сағығыҙҙы йыш иҫкә алаһығыҙмы? Эйе – 12, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 6.
7. Киноға икәүләп йөрөйһөгөҙмө? Эйе – 7, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 4.
8. Кәләшегеҙҙе башҡа ҡатындар менән сағыштыраһығыҙмы? Эйе – 9, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 1.
9. Икәүләп ҡунаҡҡа йөрөргә яратаһығыҙмы? Эйе – 8, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 3.
60 һәм унан да күберәк балл. Һеҙ ғаиләгеҙ менән бигүк бәхетле түгел. Сәбәбе – үҙегеҙҙә. Ҡатынығыҙға нығыраҡ иғтибар итергә тырышығыҙ. Бәлки, һеҙҙең холҡоғоҙ уға оҡшап бөтмәйҙер. Был осраҡта уның менән һөйләшеп ҡарағыҙ. Аңлашыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел.
40 – 68 балл. Һеҙ үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙән ҡәнәғәт. Тыныс һәм уңайлы тормошто яратаһығыҙ. Бәлки, ҡайһы ваҡыт буйҙаҡ сағығыҙҙы ла иҫкә алаһығыҙҙыр, ләкин был кешенең аҙыраҡ йомшаҡ күңеллелегенән торалыр.
40 балдан кәмерәк. Һеҙ ҡәнәғәт һәм бәхетле кеше! Ҡайһы саҡ ҡатынығыҙ менән фекер айырымлығы булғылап алһа ла, был — еңел хәл ителә торған ҡәҙимге тормош мәсьәләләре.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн һорауҙар

1. Ирегеҙ һеҙгә ҡарата яғымлымы? Эйе – 10, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 2.
2. Ирегеҙҙән эше хаҡында һорашаһығыҙмы? Эйе – 4, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 8.
3. Балаларығыҙҙы ирегеҙгә ҡарағанда нығыраҡ яратаһығыҙмы? Эйе – 8, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 3.
4. Ирегеҙҙең ҡырын ҡарашы һеҙҙең кәйефкә тәьҫир итәме? Эйе – 10, ҡайһы ваҡыт – 3, юҡ – 4.
5. Әхирәттәрегеҙҙең ире һеҙҙекенән яҡшыраҡ тип һанайһығыҙмы? Эйе – 6, ҡайһы ваҡыт – 0, эйе – 1.
6. Өйҙә йоҡо күлдәгендә, халатта йөрөргә яратаһығыҙмы? Эйе – 9, ҡайһы ваҡыт – 7, юҡ – 2.
7. Ирегеҙҙең мауығыуҙары һеҙҙең асыуығыҙҙы килтерәме? Эйе – 8, ҡайһы ваҡыт – 5, юҡ – 2.
8. Ирегеҙҙең уңыштарына ҡыуанаһығыҙмы? Эйе – 3, ҡайһы ваҡыт – 2, юҡ – 10.
9. Ғаилә эшкә ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләйһегеҙме? Эйе – 10, ҡайһы ваҡытта – 0, юҡ – 1.
68 һәм унан күберәк балл. Никахығыҙ уңышһыҙ тип уйлайһығыҙ. Бының өсөн беренсе сиратта ирегеҙҙе ғәйепләйһегеҙ. Әммә үҙегеҙгә нығыраҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарарға тырышыу, миндә лә ғәйеп юҡмы икән тип уйлау насар булмаҫ ине.
40 – 67 балл. Һеҙ бәхетле никах булмауын беләһегеҙ, шуға күрә ирегеҙҙең етешһеҙлектәре менән ризаһығыҙ. Үҙегеҙҙе бәхетле тип һанамайһығыҙ, шулай ҙа тормошта һәр ваҡыт түҙемлек кәрәк булыуын онотмайһығыҙ.
39 балдан кәмерәк. Бөтәһе лә яҡшы. Һеҙҙән дә шәп ҡатынды табыу мөмкин түгел.


Вернуться назад