Юрағандары ла дауа ине...27.12.2014
Юрағандары ла дауа ине... Һәммәбеҙҙең дә әлеге фани донъяла ғәзиздәрҙән-ғәзиз, шул уҡ ваҡытта эс серҙәрен тик уға ғына сисер яҡын кешеләре бар. Ҡайһы бер ҡәҙерлеләребеҙгә бәләкәй саҡтан алып аяҡҡа баҫҡансы замандың ҡаты һынауҙарын, зәһәр ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татырға тура килгән. Әммә улар бер нәмәгә лә бирешмәгән, бары тик йәшәйешкә ҡарата оло һөйөү, фиҙакәрлек, киләсәккә көслө ынтылыш бәхетле көндәргә килтереп еткергән.

Бәрәкәтле Ишембай районының Арлар ауылында тыуып үҫкән һәм шун­да бер-береһен табышып ҡауыш­ҡан һөйөклө әсәйебеҙ Ғәйниямал Ғәле ҡы­ҙы менән хөрмәтле атайыбыҙ Әбдел­хәй Әнүәр улы Ниғмәтуллиндар яҡты донъяла ни бары 34 йыл бергә ғүмер итте. Шул осорҙа беҙгә, туғыҙ бала­һына, аҡыллы кәңәш һәм өлгөлө тәр­биә биреп, ҡатмарлы тормош юлын­да дөрөҫ һуҡмаҡты һайларға, аҡты ҡара­нан айыра белергә, эргә-тирә­ләгеләргә изгелекле булырға, үҙ-ара татыулыҡҡа, тырышып йәшәргә өйрәт­теләр.
Юрағандары ла дауа ине...Йәш сағынан уҡ ауылыбыҙҙа колхоз етәксеһе вазифаһын башҡарған, аҙым һайын тиерлек осрап торған ауыр­лыҡтарға бер ваҡытта ла баш эймәгән оло йөрәкле, баһадир кәүҙәле ата­йыбыҙ 57 йәшенә лә етмәй вафат булды. Фермала яуаплы һауынсы йөгөн тартҡан әсәйебеҙгә ул саҡта ни бары 52 генә йәш ине. “Атайығыҙ беҙҙең өсөн борсолоп-ҡайғырып ятма­һын, сәмләнеп донъя көтәйек, биреш­мәйек, ҡошсоҡтарым”, – тип йыш ҡа­батлай торғайны ул. Аяҡ­тарының һыҙлауына ҡарамай, бөтә көсөн биреп, үҙенең шәхси хужалығын да алып барҙы, дәүләттең тауыҡ сүпләһә лә бөт­мәҫлек эшенә лә өлгөрҙө. Әйт­кәндәй, мал-тыуары аҙбар тулып йө­рөнө, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һанына сы­ғырлыҡ түгел ине. Ауылға ҡайтҡанда барыбыҙға ла тигеҙ итеп итен дә, майын да тейәтеп ебәрҙе, ҡыҫҡаһы, күс­тәнәс­тән өҙмәне. Өҫтәүенә ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә лә ваҡыт тапты.
Юрағандары ла дауа ине...Йөрәк сиренән интеккәс, бынан бер нисә йыл элек малын бөтөртөп, атай һалған өйҙө ҡышҡылыҡҡа бикләп, үҙебеҙҙең янға, Өфөгә, алып килеп йәшәтә башланыҡ әсәйебеҙҙе. Нисек тә хәлдән килгәнсә яҡыныбыҙға хөрмәт күрһәтергә тырыштыҡ. Бәләкәй генә ҡурсаҡ әбейе шикелле күрә инек үҙен. Үтә яғымлы, бик әҙәпле, баҫалҡы булды ул. Уның беҙгә теләгән матур теләктәрен, юрағандарын тыңлап ултырыуы йәнгә дауа, тәнгә сихәт бирҙе. Ейәндәре, ейәнсәрҙәре шул хәтлем ныҡ яратты өләсәйҙәрен. Килендәре – уға, ул килендәренә ғүмерҙә лә, хатта яңылыш ҡына ла ауыр һүҙ ысҡын­дырманы. Һәр саҡ бер-береһен ҡәҙер­ләп, хөрмәт итеп йәшәнеләр. Ә ке­йәүҙәре иһә “ҡәйнәм” тип өҙөлөп торҙо.
Ысынлап та, Хоҙай Тәғәлә уның изге теләктәрен гел генә ҡабул ҡылды, шуғалыр ҙа, беҙ, балалары, бөгөн һәммәбеҙ ҙә бәхетле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл алтын көҙҙә берҙән-беребеҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Әйтеүе генә анһат! Әсәйебеҙҙең ҡаты сиргә дусар булғанын белгәс, әйтерһең дә, аяҡ аҫтында ер убылды, ҡанаттар ҡайырылды. “Һөйкөмлө йөҙөн күреүгә, йылы һүҙҙәрен тыңлауға шулай әҙ генә ваҡыт ҡалдымы икән ни?..” – тип уның янынан китмәнек, шәбәйеүенә өмөт иттек. Эргәһендә һин дә мин һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, күрше бүлмәгә инеп, түгелеп илашабыҙ. Һуңғы көндәренә ҡәҙәр ул телдән ҡалмай, үҙ аңында булып, барыһы менән дә һөйләшеп ятты. “И-и-и, бәпестәрем минең, шул тиклем яҡшы ҡарайһығыҙ мине, тәр­биә­ләйһегеҙ, Хоҙай үҙегеҙҙе һау­лыҡтан айырмаһын” тигән теләк­тәрен йыш ҡабатланы. Бүлмәһендә саҡта бер көнгә, хатта бер сәғәткә лә, бер минутҡа ла яңғыҙын ҡалдырманыҡ. Уны юҡһы­ныуыбыҙҙы һөйләп аңла­тыуы мөмкин түгел...
Бер мәл, түҙә алмайынса, әсәйемде ҡосаҡлап, һыҡтауҙан шешенгән йөҙөм­дө күрһәтмәҫкә маташып: “Аллаға шөкөр, әсәй, әлдә һин бар әле”, – тип ҡолағына шыбырланым. “Эйе, шулай”, – тип ул да мине йөпләне. Әсәйебеҙ түшәктә ятҡанда уның тәненән бәпес еҫе сығыуына ғәжәпләндем. Һуңғы көндәренең береһендә балаларын саҡыртып алды ла, Әнүәр улы, Менәүәрә, Зәйнәп, Гәүһәр, Зәлиә, Мө­нирә, Майсәрә ҡыҙҙары янында саҡта, “балаҡайҙарым, берүк ҡысҡырып илаш­мағыҙ, сабыр булығыҙ”, тине.
Эйе, күптән түгел әсәйебеҙ өсөн һуңғы тапҡыр таң атты. Һиҙгәндәй, көнө буйына күҙен асмай тыныс ҡына йоҡлап ятты, ә кискеһен тын алышы көсәйҙе һәм йышайҙы. Хәҙрәт килеп ясин сыҡты. “Әсәй, ҡурҡма, унда атайым бар, ҡыйын булмаҫ, был донъяларҙа һөтөңдө имеп тә туймаған Әүзәр сабыйың көтә, һәр ваҡыт күңелебеҙ менән бергә булырбыҙ, йөрәк йылың барыбыҙға ла етер, ныҡ итеп һине яратабыҙ”, – тип Раушания төпсөгө уны тынысландырҙы. Һуңынан әсәйебеҙ күҙенән ике бөртөк кенә йәш сығарҙы ла мәңгелек йоҡоға талды. Закир улы, быға ышанырға теләмәй, уны күкрәгенә ҡыҫып, илай-илай биттәренән үпте...
Өфөнән әсәйебеҙҙе ауылға бөтә күрше-күлән, дуҫтар, ҡоҙалар, “Хәмзә” мәсетенән Авзал Сафин килеп оҙатып ҡалды. Тотош ауыл халҡы йыйылды, күрше-тирәнән дә, йыраҡ райондарҙан да туғандар һәм дуҫтар килде. Арлар ауылы хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.
Әсәйебеҙ түшәктә ятҡанда һалҡын ҡойма ямғыр яуҙы, ә үлгән көнөндә иһә тағы бөтәбеҙҙе лә хайран ҡалдырып, июль айындағы шикелле, ике тау араһынан ҡып-ҡыҙыл булып ҡояш ҡалҡ­ты. Тәбиғәт күренешенә иҫем ки­теп торам, бер ниндәй ел әҫәре һи­ҙелмәһә лә, нимәлер шаулағанға һулға ҡараным. Әсәйем менән атайым 53 йыл элек өй алдына ултыртҡан ике ҡайын ағасының һары япраҡтары үҙ-ара серләшә икән, улай ғына ла түгел, әле бер, әле икенсе яҡҡа баштарын эйеп, һығыла биреп тирбәлә. Улар ҙа әсәйемде һағына төҫлө. Эйе, ул көн йәй һымаҡ йылы, ҡояшлы булараҡ хәтергә уйылған.
Авзал хәҙрәт билдәләүенсә, әсәйе­­беҙ был донъяла бар бурысын да намыҫлы үтәгән, ғүмере буйы тырышып эшләгән, тоғро ҡатын һәм Герой-әсә булған. Күп балаға ғүмер бүләк итеүе, күркәм тәрбиә биреүе – ҙур ҡаһарманлыҡ! Шуның өсөн дә Хоҙай уға тик изгелектәр яуҙырған, әсәйе­беҙҙең урыны ожмахта буласаҡ.

Зәлиә Бакирова,
Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.








Вернуться назад