Заман менән бер ҡатарҙан27.12.2014
Заман менән бер ҡатарҙан “Сатурн” — районда ғына түгел, республикала ла иң һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Баҫыусылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан был хужалыҡта замандың иң алдынғы технологиялары ҡулланыла – тракторҙарға юлдаш аша идара ителә.


“Сатурн” крәҫтиән хужалығының ике мең гектар самаһы һөрөнтө ере бар. Бында дүрт циклдан торған сәсеү әйләнеше индерелгән. Шуның 500 гектарында шәкәр сөгөлдөрө, бер мең гектарында иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Ә 500 гектары һәр йыл пар ере итеп ҡалдырыла. Шәкәр сөгөлдөрө ошондай баҫыуға ғына сәселә. Пар ере бер нисә тапҡыр эшкәртелә, минераль ашлама индерелә. Ерҙән ала белгәс, уға бирә лә белергә кәрәк, тип иҫәпләйҙәр бында. Сәсеү алдынан һәр гектарға уртаса берәр центнер күләмендә минераль ашлама индерелә. Һуңғараҡ иһә, үҫемлектәрҙең шытымына ҡарап, йәнә өҫтәмә туҡландырыла. Барлығы ике мең гектар майҙанға йылына 600 тонна (!) минераль ашлама тура килә, йәғни һәр гектарға – уртаса 3,3 центнер. Бынан тыш, органик ашлама – тиреҫ, эзбиз да ҡулланыла. Башҡа хужалыҡтарҙағы кеүек, ферма эргәләрендә тиреҫ өйөмдәре күрмәҫһең – барыһы ла баҫыуға сығарыла. Бында ер эшкәртеү технологияһы фәнни нигеҙгә ҡоролған. Буруновка ауыл биләмәһе башлығы Марат Рәхмәтуллин (һүрәттә) төбәк баҫыуҙарынан ҙур бер лаборатория булдырыуға өлгәшкән. Үҙенең теоретик белемен практикала ла уңышлы ҡуллана һәм белгәндәре менән ихлас уртаҡлаша. Һөҙөмтәлә “Сатурн”да бынан тиҫтә йыл элек районда тәүгеләрҙән булып шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө ҡулланмайынса, йәғни яңы технология буйынса үҫтерә башланылар. Иген культураларынан да мул уңыш алырға ғәҙәтләнгәндәр. Мәҫәлән, игендең уртаса гектар ҡеүәте 40 центнер тәшкил итһә, арпаныҡы — 50, урыны менән 80-гә еткән! Был иһә — республика буйынса иң һәйбәт күрһәткестәрҙең береһе. Шәкәр сөгөлдөрөнөң гектарынан уртаса 360 центнер уңыш үҫтереп алынған.
— Беҙҙең хужалыҡ эргәләге Ишембай ҡалаһын йыл һуҙымында икмәк һәм шәкәр менән тәьмин итерлек тауар етештерә, — ти ғорурлыҡ менән Марат Рәхмәтуллин.
Эйе, ғорурланырлыҡ та! Хужалыҡ баҫыуҙарында йөрөгән тракторҙарға ла юлдаш навигацияһы ҡуйылған. Штурвал артында ултырған механизатор монитор аша механизмдарҙың нисек эшләүен күҙәтеп кенә бара. Сит илдә етештерелгән тракторҙарҙың кабинаһында саң да, көслө тауыш та юҡ. Механизатор музыка тыңлап ҡына бара ала. “Аҡыллы” техника барыһын да үҙе башҡара. Шуға ла бында барлығы биш-алты ғына кеше эшләй. Хужалыҡта һәр техниканың үҙ тәғәйенләнеше бар. Мәҫәлән, иген сәсеүҙә ҡулланылғаны ер һөрөүҙә йә иһә ҡышын ҡар таҙартыуҙа файҙаланылмай. Химик утау уҙғарыу өсөн генә лә шәкәр сөгөлдөрөнә айырым, иген культураларына айырым техника һатып алынған. Әйткәндәй, быға аҡса йәлләмәйҙәр. Быйыл ғына 10 миллион һумға “Джон-Дир” трактор комплексы, Италияла етеште­рел­гән пресс-йыйғыс, “Хитачи” экскаваторы алынған. Һуңғыһын юл төҙөү һәм ремонт эштәрендә файҙаланырға иҫәп тоталар. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бер ҡасан да кредит ал­мағандар һәм киләсәктә лә йыйынмайҙар. Бөтә нәмәгә ҡарата һаҡсыл ҡараш йәшәй бында. Миҙгелле эштәр тамамланыу менән, техника таҙартылып, йыуылып, һаҡлауға ҡуйыла. Бының өсөн көпләүле келәттәре етерлек хужалыҡтың. Етештерелгәнде оҙайлы һаҡлау өсөн дә келәт төҙөлгән. Унда 3 мең тонна иген һыя. Продукцияны тәүгә эшкәртеү, таҙартыу, киптереү өсөн дә шарттар булдырылған. Элек еүеш игенде һаҡлаған өсөн генә лә элеваторға күпләп аҡса түләһәләр, хәҙер быны үҙҙәре атҡара. Ә игенде хаҡ күтәрелгәс кенә – яҙға табан һатып ебәрәләр. Әле хужалыҡта эшселәр өсөн заманса ашхана төҙөү менән мәшғүлдәр. Быны ла үҙ көстәре менән атҡаралар.
Бына шулай, заман менән бер ҡатарҙан атлайҙар “Сатурн” крәҫтиән хужалығында. Шуныһы һөйөнөслө: бында бер нисә тапҡыр район семинарҙары уҙғарыу үҙен аҡланы. Хәҙер башҡа хужалыҡтар “Сатурн” өлгөһөнә эйәреп эш итә.


Вернуться назад