Таҙалыҡ, тәртип булдырыу – улар иңендә27.12.2014
 Таҙалыҡ, тәртип булдырыу – улар иңендә “Красноусол коммуналь хужалығы” муниципаль унитар предприятиеһы район үҙәгенең таҙалығы, төҙөклөгө өсөн яуаплы. Ул бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Хужалыҡҡа йәш етәксе Илдус Ринат улы Йәнешев етәкселек итә.

Предприятие Красноусол ауылында һәм тирә-яҡ ауылдарҙа юлдарҙы тәртиптә тотоу, урамдарҙы сүп-сарҙан, ҡышын ҡарҙан та­ҙартыу, төҙөлөш материалдары әҙерләү менән шөғөлләнә. Хеҙмәткәрҙәрҙең тырыш­лы­ғы менән ҙур уңыштарға өлгәшелә. Мәҫә­лән, 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Крас­ноусол ауылы муниципаль берәмектәр араһында республикала иң төҙөк һәм таҙа район үҙәге тип табылып, алтын миҙал менән бүләкләнде.
Бында бер нисә бригада булдырылған. Ауыл урамдарын тәртиптә тотоу төп эшмәкәрлектәренең береһе булып тора. Һәр көн иртән ике махсус машина контей­нерҙарҙағы сүпте ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына алып барып түгә. Полигонда дүрт хеҙмәткәр эшләй, улар ҡарамағында “ДТ-75” тракторы бар. Килтерелгән сүп-сар сорттарға – металл һыныҡтары, ҡағыҙ, сепрәк-сапраҡ, быяла, пластмасса һ.б. — айырыла. Халыҡ барыһын да контейнерға ырғытмаһын өсөн, билдәле бер ваҡытта айырым техника ауыл буйлап сүп-сар йыйып сыға. Ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡтары полигонында пресс-агрегат урын­лаштырырға ла иҫәп тоталар. Сепрәк-сапраҡ, ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы, пластмассаны айырым преслап, икенсел сеймал ҡабул итеү пункттарына тапшырырға ниәтләнәләр.
Район үҙәге урамдарын тәртиптә тотоу ҙа – улар ҡарамағында. Быйыл йәй Йылға буйы, Дарвин, Аксаков, Тыныслыҡ, Островский урамдары ремонтланған. Техниканы яңыртырға район хакимиәте лә ярҙам итә. Былтыр өр-яңы “Т-150”, быйыл иһә яңы “ДТ-75” тракторы һатып алып биргәндәр. Предприятиела ярҙамсы тармаҡтарға ла өҫтөнлөк бирелә. Алексей Гусельников етәкселеген­дәге егеттәр төҙөлөш материалдары әҙерләү менән шөғөлләнә. Улар урмандан диләнкә алып, ағасты пило­ра­мала быстырып, таҡта, штакетник эшләп халыҡҡа һата. Шулай уҡ утын да әҙерләйҙәр. Бура бурап та һаталар, заказ буйынса беседка, бәҙрәф һәм башҡа йыһаздар ҙа яһайҙар.
— Таҡта, бураға халыҡтан заказ бик күп. Ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Брусчатка етештереү цехын асыу ҙа отошло булды. Унда 12 төрлө продукция етештереп була, — ти Илдус Йәнешев.
Төҙөлөш блоктары етеш­терергә лә иҫәп тоталар. Бының өсөн станок һатып алғандар ҙа инде. Тимәк, тағы ла бер нисә кешегә эш урыны буласаҡ. Бында бер­ҙәм, татыу коллектив тупланған. Механи­заторҙарҙан ағалы-энеле Алексей менән Андрей Ипатовтар, водителдәрҙән Фидрат Сәйетов менән Юрий Шестаков, юл участкаһы мастеры Марат Ниғмәтуллин үҙ эшенең оҫталары булып танылған. Алексей Ипатов былтыр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған “Һөнәре буйынса иң оҫтаһы” республика конкурсында ҡатнашып, III урын яулаған. Ошондай уңғандар, үҙ эштәренең оҫталары булғанға һәр ҡайҙа таҙалыҡ, тәртип хөкөм һөрә.







Вернуться назад