Иң шәптәргә – аҡсалата премия27.12.2014
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта спортсылар араһынан айырыуса һәләтле уҡыусыларға Башҡортостан Президенты стипендияларын биреү тураһындағы дипломдар тапшырҙы.
Бөтәһе 100 ҡыҙ һәм егет ошондай баһаға лайыҡ булды. Улар араһында бадминтон, еңел атлетика, бокс, спорт гимнастикаһы, йөҙөү, кикбоксинг кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр бар.