Ығы-зығы тыуҙырмайыҡ27.12.2014
Ығы-зығы тыуҙырмайыҡ Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, һуңғы көндәрҙә магазиндар эсе гөж килә... Өфөләге эре сауҙа үҙәктәренең кассаһына сират һыу буйылай. Кемдер телевизор һайлай, икенселәре затлы телефонға үрелә. Быға тиклем күҙәтелмәгән әүҙемлек нимәгә бәйле һуң?

Доллар һәм евроның һумға ҡарата ҡиммәтләнеүе күптәрҙе хафаға һалды. Ни генә тимә, баҙарҙа булған күпселек тауар сит илдәрҙән килтерелгән. Ә улар доллар йә евро менән баһалана. Шуға ла күптәр ошо тауар­ҙарға хаҡтың ҡырҡа артыуынан ҡурҡа.
Доллар һәм евроға бәйле был хәл Рәсәй иҡтисады өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙы­расаҡ тип хафалана халыҡ. Ә инде ил Президенты Владимир Путин, киреһенсә, ошо күренештең ыңғай яғын баһалай: “Элек тауарҙы бүтән илгә һатҡанда бер долларға 35 һум килә ине, хәҙер иһә 47 – 49 һум алабыҙ”.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әле көнкүреш тех­никаһын һа­тыу күләме ғәҙәттәгенән биш тапҡырға артҡан. Ха­лыҡ күберәк телевизор, һыуытҡыс, затлы телефон алып ҡалырға ашыға. Бы­нан тыш, автомобиль, күсем­һеҙ милек тә үтемле тауарға әйләнде.
Күпселектә ығы-зығыны үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Имеш-мимешкә ышанып, кемуҙар­ҙан магазинға йүгерәбеҙ. Был тауарҙың кәрәкме-юҡ­мы икәнен уйлап тормай­быҙ. Иң мөһиме – эләк­тереп өлгөрөргә! Ә ин­де баҙарҙың үҙ ҡануны бар: кеше тауарҙы күпләп алған һайын, уға хаҡ та күтәрелә. Тимәк, әй­бер­ҙең ҡиммәтләнеүенә үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итәбеҙ түгел­ме?




Вернуться назад