Эстафета Рауил Бикбайға тапшырылды27.12.2014
Донъя опера сәхнәһе йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов йәш йырсы Иҙел Аралбаевтан “Ижади саҡырыу” эстафетаһын ҡабул итеп, мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандарын Яңы йыл менән ҡотланы.
Асҡар Абдразаҡов байрам бүләге итеп Өфөләге Конгресс-холда атаһы, кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың иҫтәлегенә арналған кисәлә Чайковскийҙың “Дон Жуан серенадаһы”н башҡарҙы. Танылған йырсы эстафетаны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Асҡаровҡа, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбайға һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Республика рус драма театры актрисаһы Айгөл Шакироваға тапшырҙы.