Тағы ла иген хаҡында27.12.2014
Һуңғы айҙа ғына илдә игенгә хаҡ 26,5 процентҡа артты. Һумдың осһоҙланыуы сәбәпле, сеймалды ситкә сығарып, күберәк табыш алырға теләүселәр артты. Быға күрше Ҡаҙағстанда уңыштың түбән булыуы ла булышлыҡ итте. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы кәңәшмәлә һүҙ тап шул хаҡта барҙы.

Ошо йәһәттән ауыл хужалығы министры Николай Коваленко былай тине:
– Был осраҡта ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү­селәр, иген ҡабул итеү пункттары, сәнәғәт предприятиелары берлектә эш итергә тейеш. Ҡулланыусы хаҡ йәһәтенән дә, сифат яғынан да, аҙыҡ төрлөлөгө юҫығынан да зыян күрергә тейеш түгел.
Рәсәйҙә игенгә хаҡтың ҡырҡа артыуын йүгәнләү экспорт пошлинаһын индереү ярҙамында көйләнәсәк. Ошо маҡсат­тан Хөкүмәт эске фондҡа иген һатып алыу хаҡын арттырҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, был мәсьәләне хәл итеүҙә һәр тармаҡтың үҙ бурысы бар. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә килгәндә, быйыл, һауа торошо насар булыуға ҡарамаҫтан, иген культураларынан һәйбәт уңыш (2,4 миллион тонна) йыйып алынған.



Вернуться назад