Йәш белгестәр баһа алды27.12.2014
Башҡортостандың Конституция суды Конституция көнөн билдәләне. Тантанала Ғилми-консультация советы ағзаларына һәм юридик юғары уҡыу йорто студенттары араһындағы бәйгелә еңеүселәргә таныҡлыҡтар тапшырылды.

Уҡытыусы-юристар Эльза Ҡаһирова, Марина Коршунова, Светлана Сафина, Елена Тужилова-Орданская, Юлиә Яхина, Рауил Ғиззәтуллин, Тимур Ҡасимов, Ришат Ниғмәтуллин, Евгений Слепнев совет ағзаһы булды. Уларҙы Конституция судында ҡаралған төрлө хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса эксперт сифатында йәлеп итәсәктәр.
Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев хоҡуҡ өл­кә­һен­дәге иң яҡшы тикшеренеүҙәрҙе асыҡлау маҡсатында уҙға­рылған конкурс­та еңеүселәргә диплом тапшырҙы. Бәйгелә ҡатнашҡан 26 кеше араһынан БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенттары Диана Баталова менән Вероника Ананье­ваның, Мәскәү технологиялар һәм идара итеү универси­тетының Мәләүез филиалынан Алена Коннова менән Ольга Иванованың, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы аспиранты Гөлназ Ғәләүетдинованың, БДУ-ның Стәрле­тамаҡ филиалынан Ярослава Аксаеваның, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанты Анна Бочкареваның эштәре айырым билдәләнде. Уларҙың етәкселәренә лә рәхмәт хаты тапшырылды.




Вернуться назад