Һәр кем үҙен белһен!04.02.2012
Барыбыҙ ҙа ялын ғаиләһе менән матур, күңелле, файҙалы итеп уҙғарырға теләй. Әммә ҡайһы саҡ бер-береңде аңламау арҡаһында төрлө хәлдәр тыуыуы, кәйеф боҙолоуы ихтимал. Ғаилә ағзаларының рухи көсөн, күңелен ҡырған нәмәләрҙән, әлбиттә, ҡотолоу саралары байтаҡ. Бының өсөн әҙәп ҡағиҙәләрен һаҡлау, тәғәйен бурысыңды белеү мөһим.

Ир-ат ҡолағына
- Ҡатынығыҙға өҫ кейемен кейергә-сисергә ярҙам итегеҙ.
- Иғтибарлы булығыҙ, яңы прическаһын, яңы кейемен күреп, күңеленә ятышлы һүҙ әйтегеҙ.
- Тантаналы мәжлестәрҙә бейергә тәүҙә ҡатынығыҙҙы саҡырығыҙ.
- Ҡатынығыҙ менән йәнәш барғанда, башҡаларға әйләнеп ҡарамағыҙ.
- Ял ваҡытында берәй ергә барырға тура килһә, ҡатынығыҙға бының сәбәбен һәм ҡайтыуығыҙҙың ваҡытын әйтегеҙ.
- Өй мәшәҡәттәренә баштан-аяҡ сумған ҡатынығыҙға ярҙам итергә тырышығыҙ.

Ҡатын-ҡыҙ ҡолағына
- Ирегеҙ өнәмәгән кешеләр менән аралашыуҙан һаҡ булығыҙ. Ундайҙарға ҡунаҡҡа йөрөүҙән дә тыйылығыҙ.
- Икенсе тапҡыр кейәүҙә булһағыҙ, ирегеҙ алдында тәүге ирегеҙҙең яҡшылыҡтарына баҫым яһамағыҙ.
- Әсәһен яҡын күреүҙән көнләшмәгеҙ.
- Ирегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ, һин шулай, һин былай, тип йәнен үртәмәгеҙ.
- Балаларығыҙ, күрше-күлән алдында әрләп, яманлап, ирегеҙҙең абруйын төшөрмәгеҙ.
- Ирегеҙҙең кеҫәһен, портфелен, аҡса янсығын ҡапшамағыҙ.
- Ул яратҡан аштарҙы әҙерләргә тырышығыҙ.

Ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн дә
- Бер-берегеҙҙе “ашамағыҙ”. Үҙгәртергә тырышмағыҙ. Кешегә зыян килтерә торған булмаһа, ҡайһы бер ғәҙәттәренән биҙҙерергә тырышыу ҙа кәрәкмәй.
- Тәрбиәле булығыҙ. Эш урынында үҙен әҙәпле тотҡан ҡайһы берәүҙәр өйҙә ни өсөндөр дорфаға әүерелә.
- Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәнегеҙ. Яҡшыны ғына иҫтә тотоғоҙ. Насарҙы оноторға тырышығыҙ.


Вернуться назад