Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына Башҡортостандың төрлө төбәгенән көн дә тиҫтәләрсә хат килә. Халыҡ ниндәй генә мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итмәй. Иң мөһиме — хаттарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.
Күптән түгел Бүздәк районынан Ирек Ғабдрахманов республика етәксеһе менән бәйләнешкә сыҡҡан. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк — Ирек Мәғсүм улы Башҡортостандың (бәлки, Рәсәйҙең дә) иң ауыр кешеһе. Хатта яҙылыуынса, ирҙең ҡыш тышҡа сығырға ла кейеме юҡ икән. Сәбәбе шунда: Ирек Ғабдрахманов саманан тыш ауырлыҡ менән яфалана. Уға 120-се үлсәмдәге пальто кәрәк, тик магазиндарҙа бындай размерлы кейем-һалымды табыуы мөмкин түгел. "Беҙҙең илдә, шул иҫәптән республикала ла, тән ауырлығы менән яфаланған инвалидтар байтаҡ. Мәҫәлән, мин үҙем 120-се үлсәм өҫ кейемен, 68-се үлсәм баш кейемен бер ҡайҙан да таба алмайым. Заказ буйынса тектерәм тиһәң дә, ҙур мәшәҡәт. Материалына ғына 10 метр тауар кәрәк! Ә пенсиям, бөтә өҫтәмә түләүҙәрҙе лә иҫәпкә алып (II группа инвалидымын) — 7000 һум. Зинһар, ошо мәсьәләне күтәреп сығығыҙ әле. Ҡайҙарға ғына яҙманым. Береһенән дә аныҡ яуап юҡ", — тип яҙа Ирек Ғабдрахманов.
Башҡортостан Президенты Ирек Мәғсүм улының үтенесен кире ҡаҡмай һәм кисекмәҫтән хат авторына үҙ иҫәбенә кейем тектерергә заказ бирә. Хәҙерге көндә иргә баш ҡала ательеларының береһендә костюм, синтепон куртка (пальтонан ир үҙе баш тартҡан) һәм аяҡ кейеме тегелә.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.