Төп иғтибар — балаларға27.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Волга буйы федераль округы төбәктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейына булышлыҡ итеү буйынса попечителлек советы ултырышында ҡатнашты.
Советтың рәйестәштәре — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк — округ йәштәрен сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү йәһәтенән балалар һәм үҫмерҙәр хоккейының әһәмиәтен билдәләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо хәрәкәтте, шул иҫәптән “Алтын шайба” турнирын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.