Һәр кем һорауҙарына яуап алды05.12.2014
Ике көн дауамында Өфөләге тимер юл вокзалында һәм “МЕГА” ғаилә сауҙа үҙәгендә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре “Үҙ бурысыңды бел” акцияһына ярашлы граждандарҙы ҡабул итте. Алты сәғәт дауам иткән осрашыу ваҡытында суд приставтары 100-ҙән ашыу кешенең һорауҙарына яуап бирҙе, юридик консультация ойошторҙо.
Сит илгә сығыуҙы тыйыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф, кредит, эш хаҡы буйынса бурыстар, алимент түләттереү кеүек һорауҙарға ентекле яуап бирҙеләр. Шулай уҡ “Башҡарыу эштәре буйынса мәғлүмәт банкы” интернет-сайтының мөмкинлектәре күрһәтелде. Интернетҡа инергә мөмкинлеге булған һәр кем башҡарыу эштәре буйынса үҙенең бурыстары тураһында мәғлүмәт туплай ала. Уның өсөн күрһәтелгән урынға үҙеңдең исем-фамилияңды һәм тыуған йылыңды яҙырға ғына кәрәк. Бурыстарың тураһында мәғлүмәт алғас, уны терминал аша комиссияһыҙ түләргә була.
Акция барышында суд приставтары мобиль телефондар өсөн "Android", "iPhone" һәм "WindowsPhone" ҡушымталарын нисек ҡулланырға икәнлеген күрһәтте. Уларҙың ярҙамында шунда уҡ бурыстарыңды белергә була. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн “Бурысыңды түлә лә, ял ит”, “Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы онотмағыҙ – алиментты ваҡытында түләгеҙ” һәм “Башҡарыу эштәренең мәғлүмәт банкы” тигән социаль роликтар ҙа күрһәтелде.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Үҙ бурысыңды бел” тигән иҫкәртеү акциялары, ғөмүмән, баш ҡаланың төрлө урындарында даими үткәрелеп тора. Ҡатнашыусылар әлеге акцияны бик яҡшы яҡтан билдәләй.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең
Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад