Өфө тимер юл вокзалында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре “Үҙ бурысыңды бел” акцияһына ярашлы граждандарҙы ҡабул итте. Өс сәғәт эсендә улар 60-тан ашыу пассажирҙың һәм тимер юл хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе.Сит илгә сығыуҙы тыйыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һалған штраф, кредит, эш хаҡы буйынса бурыстар, алимент түләттереү кеүек һорауҙарға ентекле яуап бирҙеләр. Акция барышында пассажирҙарға һәм хеҙмәткәрҙәргә листовкалар таратылды. Шулай уҡ суд приставтары “Башҡарыу эштәре хаҡында мәғлүмәт банкы” сайтының мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Интернетҡа инә алған һәр кеше үҙенең башҡарыу эштәре буйынса бурыстары тураһында мәғлүмәт юллай ала. Уның өсөн күрһәтелгән урынға үҙеңдең исем-шәрифеңде һәм тыуған йылыңды индерергә генә кәрәк. Бурыс тураһында мәғлүмәт алғас, уны бер ниндәй комиссияһыҙ терминал аша түләргә була.
“Бик файҙалы сара ойошторған суд приставтары. Әгәр ҙә мине сит илгә сығып барғанда сик буйы һаҡсылары туҡтатһа, күңелһеҙ хәл булыр ине, – тип ҡыуанды Салауат ҡалаһынан эшҡыуар Владимир. – Шуға күрә үҙеңдең һәм туғандарыңдың бурыстары тураһында белеп ҡуйыу бик мөһим".
Акция барышында суд приставтары мобиль телефондар өсөн "Android", "iPhone" һәм "WindowsPhone" ҡушымталарын күрһәтте. "Улар ярҙамында шунда уҡ бурыстарыңды белергә була", – тип аңлатты тимер юл хеҙмәткәре Елена.
– "Үҙ бурысыңды бел" тигән иҫкәртеү акциялары даими үткәрелеп тора. Шуны әйтеп китергә кәрәк: пассажирҙар бик яҡшы яҡтан баһаланы был сараны. Уны киләһе йылда ла үткәрергә ниәт бар, – тине тимер юл вокзалы начальнигы Олег Алексеевич Мигунов. – Бындай социаль акциялар суд приставтары тарафынан “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, “Үҙәк” сауҙа-сервис комплексында электән үткәрелеп килә. Был аҙнала уны “МЕГА” ғаилә сауҙа үҙәгендә лә ойоштороу ҡаралған.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең
Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.