Баш ҡаланың өс майҙансығында “Үҙ бурысыңды бел” акцияһы үтте02.12.2014
Декабрь айында суд приставтары “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, баш ҡаланың тимер юл вокзалында һәм “МЕГА” сауҙа үҙәгендә “Үҙ бурысыңды бел” акцияһын үткәрҙе. Был сара тик мәғлүмәт биреү форматында алып барылды. Акция барышында Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы вәкилдәренә бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше мөрөжәғәт итте. Граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, шулай уҡ үҙҙәренең генә түгел, туғандарының һәм таныштарының бурыстары тураһында ла белеште.
Тимер юл вокзалында үткән акцияла ирекмәндәр ҡатнашты. Улар пассажирҙарға “Башҡарыу эштәре буйынса мәғлүмәт банкы”н ҡулланыу флаеры һәм “Яңы йылға – бурысһыҙ” тип исемләнгән календарь-плакаттар таратты. Шуныһын әйтеп китергә кәрәк: акцияла ҡатнашыусылар тимер юл транспорты предприятиеларының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге әҙерләгән матур концертты ла ҡараны.
Федераль суд приставтары хеҙмәте
Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад