Заманымдың ярһыу тауышы Ғәзим Шафиҡов ижады хаҡында һүҙ26.12.2014
Заманымдың ярһыу тауышы Ғәзим Шафиҡов ижады хаҡында һүҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ Ғәзим Шафиҡов шағир булараҡ һәм боронғораҡ башҡорт авторҙарының (Аҡмулла һәм Шәйехзада Бабичҡа тиклем), шулай уҡ замандашта­рыбыҙҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса ҙур танылыу яулағайны. Шулай ҙа Хәйбулла районының Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған 16 йәшлек үҫмерҙең сәйер ҡылығы – Өфөләге хакимиәт органында эшләүсе еҙнәһенең кәңәшен тотоп, ябай кешегә эләгеү еңелдән булмаған Мәскәүҙәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) юлланыуы – хаҡында ул саҡта белеүселәр аҙ булмағандыр.


Әммә ҡабул итеү имтихандарын уңыш­лы ғына тапшырһа ла, конкурстан үтмәй. Был уның өсөн ҡот осҡос тра­гедияға әүерелә. Мәскәүҙә төндәр буйы билетҡа сират өҙөлмәгән Ленин Мавзолейын, Пушкин исемендәге Художество музейын, әле генә асылған Дрезден галерея­һы күргәҙмәһен ҡарау ҙа үҙ һүҙле башҡорт егетен йыуатмай. Ата-әсәһе йәшәгән Хәйбулла районының Әбеш ауылына ҡайтырға кәрәк була уға. Атаһы Ғәзиз Хафиз улы Шафиҡов – Әбеш урта мәктәбе директоры, әсәһе Мөкәрәмә Хатип ҡыҙы интернатта тәр­биәсе булып эшләй. Студент булыу бә­хете теймәгән егет алдына “Ни эшләргә, нимә менән шөғөлләнергә?” тигән һорау килеп баҫа. Ғәзим (тағы ла кемдеңдер кәңәше буйынса) Оло Арыҫланғол ауылында избач булып хеҙмәт итә башлай. Һуңғараҡ ул ошо хаҡта “Уҡыу өйө” поэмаһын яҙа. Унда һауынсылар, мал ҡараусылар, ат көтөү­селәр араһында спектаклдәр ҡуйыу, хор ойоштороу, төнө буйы бейеүҙәрҙән тор­ған ошо “хеҙмәт”кә арналған юлдар бар. Уның “Йәшлек менән хушлашыу” тигән повесында был тема яҡтыртыла.
Нимәгә яҙам мин быларҙың барыһын да? Юҡ, милли әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында – поэзия, проза, драматургия, публицистика, тәржемә өлкәһендә – эштәре баһалап бөткөһөҙ күренекле башҡорт яҙыусыһының биографияһын уҡыусыға сираттағы тапҡыр еткереү өсөн түгел, Ғәзимде ҡыйыу рәүештә тарихсылар, әҙәбиәт һәм сәнғәт белгес­тәре, тәнҡитселәр иҫәбенә индерергә мөмкин­ икәнлеген күптәр белә. Төрлө өлкәләрҙә нисек итеп уңышлы эшләргә өйрәнгәнен әйтеүе ҡыйын. Ғәзим үҙе был хаҡта шулай ти ине: “Йәшәнем. Уҡыным. Тирә-йүнгә күҙ һалдым. Кешеләрҙе, характерҙарҙы өйрәндем...”
Уға төрлө интервью, бихисап һорауға яуап бирергә тура килде. Журналис­тарҙың береһе: “Тормошоғоҙҙағы иң иҫтәлекле осорҙо билдәләгеҙ әле”, — тигәс: “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына инә алмағандан һуң Сик (Оло Арыҫланғол) ауылында избач булып эшләгән ваҡыт”, — тип яуаплауын айырып әйтке килә. Быны юмор йәки парадокс кеүек ҡабул итергә мөмкин. Әммә Ғәзим Шафиҡов һүҙҙәренең ихласлығын ябай һәм ышаныслы итеп раҫланы:
– Әлегә тиклем миңә Әбеш йәки шул уҡ Сик кеүек төпкөлдә эшләргә тура кил­мәне. Тәбиғәттең матурлығы хаҡында һөйләү генә аҙ, ошо ергә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәр, үҙенсәлекле лексика, йолалар, әкиәттәр, йырҙар, мәҡәл­дәр һәм әйтемдәр мине әсир итте. Быларҙың барыһын да тағы ла ҡайҙа күреп, ишетеп, бар күңелем менән ҡабул итә алыр инем?! Халыҡ тормошон бел­мәй тороп, ышандырырлыҡ һәм күп төрлө әҫәрҙәр ижад итеп буламы ни?
Бындай һүҙҙәргә ҡаршы ни әйтәһең? Яҙыусы ҡайҙа ғына йәшәмәһен, үҙен уратып алған мөхитте танып белә. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Әгәр ул тирә-йүндәге ысынбарлыҡҡа тәрәне­рәк төшө­нөр­гә, милли характерҙарҙы аңларға теләй икән, халыҡ тормошоноң уртаһын­да ҡайнап йәшәргә тейеш.
– Тормошомдоң икенсе мөһим осо­ро, – тип дауам итә Ғәзим Шафиҡов, – ул башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрен, иң элек – “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Байыҡ Айҙар сәсән”, “Мәргән менән Маянһылыу” кеүек борон­ғо ҡобайырҙарҙы, риүәйәт һәм легенда­лар­ҙы тәржемә итеү. Сөнки уларҙан үҙ халҡыңдың алыҫ үткәндәрен аныҡ бе­лер­гә мөмкин. Халыҡ ижадын өйрәнмәй тороп, ырыуҙаштарыңдың күңелен аң­лау мөмкин түгел.
Үрҙә әйтелгән әҫәрҙәрҙең барыһы ла тап Ғәзим Шафиҡов тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән. Улар – тылсымлы һәм көнкүреш әкиәттәре, бәйет­тәр, йырҙар, халыҡ тормошоноң төрлө дәүерҙәрен сағылдырған айырым ҡоба­йырҙар, урта быуаттарҙағы яҙма повесть “Күҫәк бей”. Провинциянан сыҡҡан әүәл­ге избачтың киң ҡоласы бына ошонан ғибәрәт!
Нимәһе ҡыҙыҡ: “Урал батыр” спектакле 1977 йылда Башҡорт дәүләт ҡур­саҡ театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр ҡуйыла. Уны Мәскәү ижадсыһы – Ҡурсаҡ теат­рының баш режиссеры Владимир Мельниченко сәхнәгә сығара, һәм был пос­­та­новка республи­кабыҙҙа ысын мә­ғәнә­һендә мәҙәни ва­ҡиғаға әүерелә. Һуңыраҡ спектаклде Чехословакияның Пльзень һәм Братислава, Польшалағы Люблин, Югославия тамашасылары ҡарай. “Урал батыр” эпосы мотивы буйынса ҡалмыҡ режиссеры Борис Маджиев “Сәсән йыры” тигән спектакль ҡуя, ә Сибай режиссеры Дамир Ғәлимов Милли йәштәр театры өсөн ошо уҡ пьесаның тағы ла бер вариантын әҙерләй. Ниһайәт, Ғәзим Шафиҡов “Аҡбуҙат” эпосы мотивы буйынса сценарий яҙа. Уны күренекле режиссер, хәҙер инде мәрхүм Владимир Мельниченко сәхнәгә ҡуя, шулай уҡ Сибай театры күрһәтә. Төрлө театр режиссерҙарының башҡорт эпосына тартылыуы Ғәзим Шафиҡовтың халыҡ ижады әҫәрҙәрен белеүҙең яҙыусылар өсөн әһәмиәте хаҡындағы һүҙҙәренең хаҡ булыуын раҫлай.
Ғәзим Шафиҡов яҙған драма әҫәр­ҙәренә килгәндә, улар тиҫ­тәләрсә. Хирургтарҙың изге хеҙмәтенә арналған “Операция” тигән тәүге пьеса­һы ҙур уңыш яулай. Унан һуң “Иҫке фатир”, “Бында минең төйәгем”, һоҡлан­ғыс башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләт­шина хаҡында “Һәҙиә”, мәшһүр башҡорт ша­ғиры Шәйехзада Бабич тураһында “Ҡор­бан килтереү”, “Ҡайтыу”, “Ҡара юрға” спектаклдәре баш режиссер Михаил Рабинович тарафынан Республика рус дәүләт драма театрында ҡуйыла һәм, театр ҡайҙа ғына гастролдә йөрө­мәһен, ҙур уңыш яулай. Сценарийҙарын Ғ. Ша­фиҡов яҙған, кинорежиссер Ринат Нуруллин ҡуйған “Һәҙиә” һәм режиссер Малик Яҡшымбәтовтың “На камне кровь моя густая” фильмдары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Шуны билдәләргә кәрәк: “Һәҙиә” фильмы бөтә Союз теле­ви­дение­һынан күрһәтелә. Тапшырыуҙы алып барыусылар менән бергә был трагик фильмды ижад итеүселәр — Ғ. Ша­фиҡов, Р. Нуруллин да сығыш яһай. Фильм, Башҡортостандың үҙенсәлекле визит кар­точка­һына әүерелеп, үҙәк һәм урын­дағы телевидение аша тағы ла бер нисә тапҡыр күрһәтелә.
Шафиҡов өсөн ҙур әһәмиәткә эйә бул­ған, әммә әлегә тормошҡа ашырылмаған тағы ла бер сәхнә әҫәре — Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Иҫке көндәлек саңы” тигән драмаһы бар. Пьесаның ошо рәүешле аталыуы сюжеттың үҙенсәлекле булыуына бәйле. Әлегә тиклем Салауат ха­ҡында Емельян Пугачев, Екатерина II, Хлопуша һәм башҡа персонаждар ҡат­нашмаған бер генә әҫәр ҙә булғаны юҡ. Ниһайәт, беҙҙең алда бөтөнләй икенсе күренеш — Салауат Юлаев менән уны йыл ярым эҙәрлекләүсе подполковник Иван Иванович Михельсон араһындағы дуэль. Драманы “Алыш” тип тә атарға булыр ине. Алышта йәки, икенсе төрлө әйткәндә, ике төп геройҙың дуэлендә, секундант ҡатнашырға тейеш. Ул “Көн­дәлек”тә лә бар. Александр Сергеевич Пушкин үҙе! Әлбиттә, тәү ҡарашҡа дра­матургтың бындай алымы абсурд кеүек күренеүе ихтимал. Ә былай әленән-әле ҡулланылған художестволы алым ул. М. Булгаковтың “Мастер һәм Марга­ри­та”һын ғына алайыҡ. Өҫтәүенә, тап Пушкин “Пугачев тарихы”ның авторы һәм “йыртҡыс Салауат”тың тәүге тарихсыһы булып тора. Тимәк, автор бөйөк урыҫ шағиры шәхесен драма геройы итергә хоҡуҡлы. Әммә алға китмәйек – яҙылған драма әлегә үҙенең режиссерын көтә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған “Атилла” трагедияһы “Көндәлек”тең туранан-тура башланғысы булып тора.
Мин Ғәзим Шафиҡовтың сәхнә әҫәр­ҙәренә ҙур иғтибар бүлдем, сөнки автор тап уларға һуңғы ваҡытта айырым әһәмиәт биргәйне. Әммә күптән түгел генә уның “Атыу” романы донъя күрҙе. Китаптың йөкмәт­кеһен өҫтән-мөҫтән генә һөйләп сығыу ҙа күп ваҡытты алыр ине. Шуны ғына әйтергә теләйем: баш­ҡорт әҙәбиәтендә бындай роман юҡ. Уны документаль әҫәр тип тә әйтеп булмай. Роман-эпопея, З. Вәлиди, Ш. Хоҙай­бирҙин, М. Мортазин, Ғ. Шәмиғолов, Ленин, Сталин, Троцкий, Крестинский һәм башҡа күренекле тарихи персонаждар менән бер рәттән, китаптың асылын тәшкил иткән, уйлап сығарылған пер­сонаждарға бай. Романдың авторы аҙ билдәле тема­ларҙы, башҡорттарҙың 1920-1921 йылдар тарихындағы йәше­рен “аҡ таптар”ҙы асып һала. Ғ. Ша­фиҡов был романды ул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы бөтә яҡлап тәрәнтен тикшергәндән һуң ижад итә. Уның “И совесть, и жертва эпохи”, “Крючья под ребра”, “Дыхание жгучее истории” кеүек публицистик китаптары “Атыу” рома­нының нигеҙен тәшкил итә.
Ғәзим Шафиҡов — “Последняя вспыш­­ка лампы”, “Аҡмулла”, “Ҡасыу” повес­тарының авторы. 1970, 1980 йылдар башында ул “Рожденные в седле”, “Поющий стебель”, “Водораздел”, “Рубеж”, “Формула Канта” тигән биш шиғри йыйынтыҡ сығарҙы. 1995 йылда Ш. Ба­бичтың ул тәржемә иткән “Яҙғы йыр” йыйынтығы донъя күрҙе.
Иң үкенеслеһе: Ғәзим Шафиҡов үҙе­нең “Һайланма әҫәр­ҙәр”енең өс томлығының берен­сеһен дә күрә алмай китте. Әйтергә кәрәк, уның тағы ла шул тиклем әҫәрҙәре баҫылып сығыуын көтөп ята. Ғәзим Шафиҡов гәзит һәм журнал биттәрендәге, телевидение һәм радио аша бик күп сағыу сығыштары буйынса ла киң билдәле. Шуға күрә ул йыш ҡына үҙен журналист тип тә атай торғайны.
Бына шундай тынғыһыҙ кеше ине ул – яҙыусы, шағир, драматург, ялҡынлы публицист. Башҡортостан Республика­һының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм республиканың тағы ла биш, шул иҫәптән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге абруйлы премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры ла Ғәзим Шафиҡов.
Һоҡланғыс замандашым һәм ҡорҙа­шым хаҡындағы яҙмамды уға арнап яңы ғына яҙған “Заманымдың ярһыу тауышы” тигән шиғырым менән тамам­лағым килә:

Һәр замандың үҙ тауышы була,
Һәр замандың була ағышы.
Уның тауышында яңғыраны
Йөрәгенең ярһыу ҡағышы.

Ғәҙеллек тип янды, ярһыны гел
Тантанаһы өсөн хаҡлыҡтың.
Йыш-йыш һүҙе өҫкә сыҡты, ҡай саҡ
Ҡаяларға етеп ҡаҡлыҡты.

Янартауҙай ул дөрләне һәр саҡ,
Утлы булды һәр саҡ һүҙҙәре.
Янған йөрәгенән сыҡҡан өсөн
Утлы булып тыуҙы үҙҙәре.

Ошо уттан күптәр тоҡандылар,
Ошо уттан күптәр уянды.
Күҙ алдары ҡапыл балҡып китеп,
Уйһыҙҙар ҙа ҡапыл уйланды.

Уйланырлыҡ хәлдәр ғүмер буйы
Баштан ашҡан башҡорт башында.
Шуны уйлап йоҡолары ҡасты,
Онотто ул ялын, ашын да.

Хаҡты хаҡҡа сығарырға теләп,
Асып һалыр өсөн ялғанды,
Йән аямай һәр саҡ тороп баҫты
Әйтер өсөн алға алғанды.

Ул күргеһе килде һәр бер көндөң
Яҡшы яҡҡа ғына ауышын.
Исеме лә хәтерләтә бөгөн
Заманымдың ярһыу тауышын.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад