Башҡортса һөйләшеү – бәхет26.12.2014
Ырымбур ҡалаһында тыуып үҫкән урыҫ егете Вячеслав Черневтың башҡортса матур һөйләшеүе, етмәһә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған махсус программаның төп геройы булып танылыуы 2014 йылдың сағыу бер күренешенә әүерелде.

Вячеслав – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты. 12 сығарылышты күҙаллаған “Башҡорт телен өйрәнәм” эксперименталь телевизион мәғариф проекты тап ул яҙған методикаға нигеҙләнгән. Программаға ярашлы, төрлө милләт, һөнәр эйәләре булған алты кеше туған телебеҙҙе өйрәнде. Башҡортса иркен һәм ихлас аралашҡан, шулай уҡ инглиз, итальян, француз, татар телдәрен дә яҡшы үҙләштергән Вячеслав Черневтың хеҙмәте күптәргә өлгө булырлыҡ.


Вернуться назад