Һиҙгер хоҡуҡ һаҡсыһы26.12.2014
 Һиҙгер хоҡуҡ һаҡсыһы Ил кимәлендәге “Халыҡ участковыйы” конкурсы йыл һайын ойошторола. Уның республикала үткәрелгән этабында Нефтекама ҡалаһында эшләгән полиция майоры Рөстәм Ғибәҙуллин еңеүсе тип табылды.

– Милицияға осраҡ­лы ғына эшкә килдем, яҙмыш ҡушыуы бул­ғандыр инде. Хәрби хеҙмәттән ҡайтып килгәндә, мине вокзалда Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән туғаным ҡаршылағайны. “Эш кәрәк булһа, мөрәжәғәт ит”, – тип иҫкәртеп ҡуйҙы. Ошо хәлгә күп тә үтмәне, ҡаланың ЮХХДИ идаралығына инспектор булып эшкә урынлаштым, – тип һөйләй ул.
Рөстәм Ғибәҙуллин был хеҙмәттә — 16 йылдан ашыу. “Участка инспекторының төп бурысы — мөмкин тиклем халыҡҡа яҡыныраҡ булыу һәм беренсе шылтыратыуҙан уҡ ярҙам ҡулы һуҙыу. Шунһыҙ енәйәттәрҙе асып та, уларға ҡаршы көрәшеп тә булмай”, – ти абруй ҡаҙанған уҙаман.
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад